Ил президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» федераль проекты сиктәрендә Туймазы дәүләт татар драма театрында ҡорамал ҡуйылды. Уның ярҙамында иң яҡшы спектаклдәр онлайн режимында бөтә илгә күрһәтелә. Йәғни уларҙы тамаша залында ултырыусылар ҙа, ошо ваҡиғанан меңләгән саҡрым алыҫлыҡтағы интернет менән ҡулланыусылар ҙа ҡарай ала. Трансляция - «Рәсәй мәҙәниәте» платформаһында.
Туймазы театры берҙәм мәҙәни киңлеккә сығыу мөмкинлеге алған Башҡортостандың һигеҙенсе учреждениеһы булды.
Уҙған кесаҙнала проект менән таныштырыу сараһы - ошо ваҡытта драма театры сәхнәһендә барған «Борған йорто» спектакленән тура трансляция булды.
Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин, был Туймазы районы өсөн мөһим мәҙәни ваҡиға, тип билдәләне.
- Күләмле проект Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын бер театр һәм филармония киңлегенә берләштереүгә йүнәлтелгән. Ул барыһына ла мәҙәни ҡиммәттәр менән таныщыу өсөн тиң мөмкинлектәр бирә. Виртуаль киңлектә лә театрыбыҙҙың ижадын хөрмәт итеүселәр барлыҡҡа килер тип ышанам.
Ошо сарала Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге етәксеһе Зиннур Сөләймәнов булды һәм театр хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Республикала сираттағы виртуаль залды асыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс, - тине ул. - Улар беҙҙә һигеҙ. Проектта ҡатнашыусылар араһында Башҡорт дәүләт филармонияһы, Нефтекама филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, хатта китапхана ла бар. Ләкин бөгөнгәсә театрҙар булманы. Мин уның Туймазы драма театрында барлыҡҡа килеүенә бик шатмын.