+31 °С
Болотло
События и факты
12 Октябрь 2022, 07:05

Башҡортостанда - бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте

Комендант сәғәте балаларҙы яҡлауға йүнәлтелгән.

Комендант сәғәтен индереүҙең маҡсаты - балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, хәүефле осраҡтарға юл ҡуймау. Комендант сәғәте 18 йәшкә тиклемге балаларға ҡағыла, бөтә Рәсәй биләмәһендә ҡулланыла.

 Өлкәндәрһеҙ урамда йөрөүҙе тыйыу осоро киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем тәшкил итә.

Комендант сәғәтен боҙған өсөн ата-әсәләрҙе Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (ата-әсәләрҙең йәки башҡа законлы вәкилдәренең бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тейешенсә үтәмәүе) яуаплылыҡҡа тарттыралар. Ошо статьяның санкцияһы иҫкәртеү йәки 100-500 һум күләмендә административ штраф һалыу формаһында язаны күҙ уңында тота.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас