+17 °С
Облачно
События и факты
10 Октября 2022, 10:32

Туймазыла табип өлкәндәргә ниндәй прививкаларҙан баш тартырға ярамағанлығы хаҡында һөйләне

Күп граждандар йыш ҡына төрлө сирҙәрҙән вакцина яһау кәрәклеге тураһында онота. Туймазы район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ирина Беляева өлкәндәргә ниндәй прививкалар яһатырға ярамағанлығы хаҡында һөйләне.

Ошо көндәрҙә Туймазынан 23 йәшлек Эльдар Хәсәнов талпан энцефалитына ҡаршы сираттағы прививка эшләткән. Уны бер нисә ай ара менән ике тапҡыр эшләргә, бер йылдан реакцинация яһарға, һуңынан өс йыл һайын прививка яһатырға кәрәк.

- Минең әсәйем - медик. Бала сағында ул һәр ваҡыт кәрәкле прививкаларҙың ваҡытында яһалыуын күҙәткән. Мин бындай тәртипкә күнектем, хәҙер был мәсьәләләрҙе үҙем күҙәтеп барам, - ти йәш кеше. - Бер нисә йыл элек менингококк инфекцияһынан прививка эшләттем. Мин күп осраҡта метро йөрөгән миллионлы ҡалала эшләйем, унда иһә ошо хәүефле инфекцияны үрсетеү өсөн бик уңайлы мөхит.

- Өлкәндәргә эшләргә кәрәкле бер нисә бик мөһим вакцина бар, - ти Ирина Беляева. - Тәү сиратта, ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләтергә. Өлкәндәр уны балаларға ҡарағанда ауырыраҡ үткәрә. Бәлиғ булғандарға өс айлыҡ ара менән ике укол һалына. Ревакцинация кәрәкмәй, иммунитет 12 йылдан кәм һаҡланмай. Шулай уҡ В вируслы гепатитҡа ҡаршы прививка яһатырға кәрәк. Иммунитет 10 йылға етә.

Өлкәндәргә дифтериянан, столбняктан вакцина 10 йыл һайын эшләнә. Пневмококк инфекцияһынан прививка эшләтеү мөһим, айырыуса хәүеф төркөмөнә ҡараған һәм 65 йәштән өлкәндәргә. Быны хәҙер үпкәне зарарлаған ковид мәлендә эшләргә кәрәк.

Һәм, әлбиттә, йыл һайын эшләнгән грипҡа ҡаршы прививка тураһында оноторға ярамай. Хәҙер вакцинация өсөн иң яҡшы ваҡыт. Ул бушлай.

Бөгөнгә Туймазыла 20 меңдән ашыу балаға, шул иҫәптән 6,7 меңдән күберәк балаға грипҡа ҡаршы прививка яһалған. Бөтә медиктарға, уҡытыусыларға, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренә, урта махсус уҡыу йорттарының бәлиғ булған студенттарына вакцина эшләнгән. Әммә киҙеүгә ҡаршы ныҡлы ҡаршылыҡ тыуҙырыу өсөн прививка 77 меңгә яҡын район һәм ҡала халҡына яһатырға кәрәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас