+17 °С
Облачно
События и факты
7 Октября 2022, 06:08

Шарандарҙан бүләккә гитара Һарытау ҡалаһына китәсәк

Беҙ һеҙгә Шаран районынан мобилизацияланған Анатолий Илғужиндың Һарытау ҡалаһында күнекмәләр араһында ял итеү минуттарында мари йырын башҡарыуы тураһында видео күрһәткәйнек.

Хәҙер был тарихтың дауамы - Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғоловтың постында.

 - Гармунды беҙҙең яҡташтар Һарытауға барғас һатып алғандар. Шулай уҡ улар гитара һатып алырға йыйынғанын белдек. Мин уларҙы туҡтаттым, мотлаҡ үҙебеҙ ебәрәсәкбеҙ, тинем.

Шаранда мобилизацияланған һалдаттың тыуған төйәгендә гитара һатып алырға ярҙам итеүсе кешене эҙләү башланды. Район советы рәйесе Динар Шакиров үҙе гитара алып бирегә булды. Һәм ошо көндәрҙә ул Туймазыға юлланды. Әммә музыка ҡоралдары һатылған магазин директоры, кем өсөн гитара һатып алыуҙарын белгәс, уйын ҡоралын бушлай бирҙе.

Фидан Ишемғолов мобилизацияланған шарандарға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

- "До-мажор" музыка ҡоралдары магазины директоры Илшат Мирзағәлиевҡа хәрби рухты күтәреүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Ярҙам күрһәтеүен дауам иткән Шаран эшҡыуарҙарына ҙур рәхмәт. Үткән аҙнала беҙ барыһын да яугирҙәрҙең үтенесе буйынса алып өлгөрмәнек. Яҡын арала тулыландырып, икенсе партияһын ебәрәсәкбеҙ, - тип яҙҙы ул.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас