Ниғәмәтйән Ғүмәров баҫалҡы һәм аҙ һүҙле кеше булып сыҡты. Мөғжизәләр мастер йорто алдында уҡ башланды. Бында, әкиәттәге кеүек ҡышҡы саналар һәм ҙур тәгәрмәсле арбалар тора ине.
- Шаран районындағы төпкөл ауылынада иҙке сана һәм арбаға күреп ҡалдым. Өйгә алып ҡайттым. Буяп, лак менән ҡаплап, тышҡа сығарҙым - халыҡ һоҡланһын әйҙә. Пушканы ла төрлө хәжалыҡта кәрәкмәгән эәберҙәрҙән эшләнем. Тәгәрмәсте урамда таптым, тура килде. Ҡалған деталдәр торбанан, баҫҡыстарҙан тора, ағайым ярҙам итте. Пушка атмай, әлбиттә - был арт-объект. Ядроһы ла шулай уҡ, антураж өсөн. Ғәҙәти булмаған берәй нәмә күрһәм, урап үтә алмайым. Шабашкаға барһам, хужаларҙың иҫке әйберҙәрен ташлағандарын күрәм - алам. Минең өсөн был баһалап бөткөһөҙ материал – фантазияң ғына булһын, - ти ул.
Оҫта ағас һәм металл менән эшләй. Сығышы менән ул Шаран районының Иҫке Томбағош ауылынан. Ғүмәровтар ғаиләһендә бөтә ир-егеттәр ҙә эшлекле. Биктимер бабай атаҡлы балта оҫтаһы булған, атаһы Аҫылйән уның тәжрибәһен үҙләштереп, улдарына тапшырған.
Йәш саҡта Ниғәмәтйән тиҫтәләгән һөнәр үҙләштерә: водитель дә, тракторсы ла, штукатур станцияһы машинисы ла, умартасы ла булып эшләй. Бер нисә йыл нефтянкала эшләгән. Һуңынан аңлай: был уныҡы түгел. Ауылға тартыла, оҫтаханаға. 20 йыл балта оҫтаһы булып эшләй.
Ағасты йылылыҡ ярата, ти. Бала саҡтан был материал унда фантазия, хужалыҡта кәрәкле әйберҙәр эшләүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Бына, мәҫәлән, балта үткерләү өсөн механизм. Ул ҡороған иҫке ағас киҫәгенән һәм ҡайраҡлау ташы киҫәгенән эшләнгән. Ғүмәров уны матур итеп биҙәгән!
- Әле пулемет макетын йыям, - ти Ниғәмәтйән Аҫылйән улы. - Эштең төп өлөшөн тамамланым, ваҡ-төйәк ҡалды. Әҙер булғас, урамға ҡуям уны. Хәҙерге йәштәр рус ҡоралының көсө, һалдаттың батырлығы тураһында онотмаһын.