Ауыл урамдарын болан скульптураһы һәм мөхәббәт эскәмйәһе биҙәне. Уларҙы «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә ауыл скверында ҡуйҙылар.
- Урындағы скверҙы төҙөкләндереү менән бер нисә йыл шөғөлләнәбеҙ, - тине Иҫке Туймазы ауыл советы башлығы Рәдис Вәлиәхмәтов. - «Уңайлы ҡала мөхите» федераль проекты сиктәрендә ике йыл рәттән ошо йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтерҙек. Участканы таҙарттыҡ, йәйәүлеләр өсөн юл һалдыҡ, яҡтырттыҡ. Әммә спорт һәм балалар майҙансыҡтарына аҡса етмәне. Шуға урындағы эшҡыуарҙар Денис һәм Рәмис Латиповтар ярҙамға килде. «Атайсал» республика проекты сиктәрендә улар бында теннис уйнау өсөн өҫтәл һәм ун тренажер ҡуйҙы.
Ауыл халҡы ҡыйыу пландар ҡороуын дауам итә. Улар Иҫке Туймазыла амфитеатр һалыу тураһында хыяллана.