Туймазыла Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 7-се балалар баҡсаһында дәрес үткәрҙе. ЮХХДИ инспекторҙары балаларға Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө һәм уларҙы был белемде көндәлек тормошта ҡулланырға өйрәтте. Улар бергәләп светофор сигналдарын һәм юл билдәләрен тикшерҙе.
Балаларға юл буйында уйын хәүефе тураһында һөйләнеләр. Дәүләт автоинспекторҙары балаларға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыу тураһында аңлатты.
Полицейскийҙар балаларға патруль автомобилендә ултырырға рөхсәт итте.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә даими уҙғарған иҫкәртеү саралары Владимир Путиндың май указы менән башланғыс алған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.