Был хаҡта Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Тәфтишселәр билдәләүенсә, 2020 йылдың декабрендә енәйәт эше фигуранты 11 коллегаһынан 2020 йылдың дүртенсе кварталындағы премияларының бер өлөшөн талап иткән. Хеҙмәткәрҙәр етәксегә 55 мең һум аҡса тапшырған. Енәйәтсе ҡатынды Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.
Суд уны ете йыл да өс айға ҡаты режимлы колонияға оҙатты һәм 800 мең һум күләмендә штраф һалды.