+19 °С
Облачно
События и факты
29 Сентября 2022, 07:26

Туймазыла пенсионер үҙенең музейына экскурсиялар ойоштора

Өс йыл элек Туймазы районының Ҡандракүл ауылынан 70 йәшлек Раян Баһауетдинов шәхси музей комплексын асҡайны. Хәҙер уны тулыландырыу менән шөғөлләнә.

Ошо көндәрҙә экспонаттар араһында пионер барабаны, һеләүһен тиреһе һәм граммофон пластинкалар барлыҡҡа килде.

- Музейҙа граммофон күптән булды, ә пластинкалар юҡ. Шуға күрә элек экскурсиялар ваҡытында музейға килеүселәргә музыка ҡоролмаһын ғына ҡарарға тура килә ине. Хәҙер улар уны тыңлай ала, - ти Раян Талбетдин улы.

Музейға инеү һәм экскурсия бушлай. Комплекс эшләй башлағандан алып өс йыл эсендә унда, Туймазы районы халҡынан тыш, бөтә Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Псковтан ҡунаҡтар булды. Сәйәхәтселәр интернетта уникаль экспозиция хаҡында белә һәм үҙҙәренең туристик маршрутын музейға итеп сығырлыҡ итеп төҙөргә тырыша. Ул бындағы урындар тураһында үҙенсәлекле тарихтар ҙа, мәҙәктәр ҙә һөйләй.

-      Мин балаларға экскурсия үткәрергә яратам. Уларҙың күбеһе тарихты насар белә, шуға күрә мин дә уларҙы төрлө факттар менән ҡыҙыҡһындырырға тырышам. Музей ҙа шуның өсөн төҙөгән! Ике йыл элек тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәсим Ғашимов һәм Ирек Фәтхелисламов менән тарихи топонимдар картаһын төҙөгәйнек.

Урындың рәсми географик картаһы күптән бар. Крайҙы өйрәнеүселәр, тарихи топонимдар менән уны байытты.

 

 

Туймазыла пенсионер үҙенең музейына экскурсиялар ойоштора
Туймазыла пенсионер үҙенең музейына экскурсиялар ойоштора
Туймазыла пенсионер үҙенең музейына экскурсиялар ойоштора
Туймазыла пенсионер үҙенең музейына экскурсиялар ойоштора
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас