Ағымдағы йылдың 1 майынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 8-17 йәшлек балаларға аҡса ала. Айлыҡ пособиеның суммаһы 5873,5 һумдан 11747 һумға тиклем тәшкил итә. Йәшәү минимумынан түбән килем алған ғаилә статусын алыу өсөн ҡайһы бер ғаиләләр айырылышырға хәл итә.
Файҙаны иҫәпләйек
«Беҙҙең өс бала бар - 8, 10 һәм 14 йәш. Мин дауаханала санитарка булып эшләйем, ирем - заводта. Пособие алмайбыҙ, сөнки килем йәшәү минимумынан бер аҙ артығыраҡ. Ирем миңә фиктив айырылышыу теркәргә тәҡдим итте. Паспортта тағы бер мисәт барлыҡҡа киләсәк, артыҡ аҡса ғаиләгә ҡамасауламаясаҡ, ти».
Формаль айырылышыу нимәгә килтерә, шулай уҡ дәүләтте алдап, аҡсаға байып буламы?
Шулай итеп, тәүҙә һандарға мөрәжәғәт итәйек. 1 июндән республикала халыҡ өсөн йәшәү минимумы 12110 һум тәшкил итә. Пособие алыу өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килеме ошо сумманан артмаҫҡа тейеш.
Әйтәйек, ғаиләлә мәктәп йәшендәге ике бала бар, ти. Атай кеше - 40 мең, әсәй 15 мең һум ала. Дөйөм килем ир менән ҡатынға пособие түләүгә хоҡуҡ бирмәй. Әммә улар айырылыша икән, атай кеше алимент (мәҫәлән, 15 мең һум) рәүешендә түләргә бурыслы. Әсәнең һәм ике баланың айлыҡ килеме 30 мең һум тәшкил итәсәк, ә норма буйынса ул 36330 һум булырға тейеш. Был осраҡта әсә һәр балаға 11747 һум күләмендә түләү билдәләйҙәр.
- 8-17 йәшлек балаларға пособие алыу өсөн тағы бер нисә шарт бар, - ти Туймазы районында һәм Туймазы ҡалаһында Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе клиенттар хеҙмәте етәксеһе Альбина Халиҡова. - Ата-әсәләр һәм балалар Рәсәй граждандары булырға тейеш, килем - рәсми, ғаиләгә бер генә автомобиль, бер фатир, бер гараж, бер дача теркәлергә тейеш. Бынан тыш, түләү алыуға ғаризаны ҡарағанда ғаиләнең пособие тәғәйенләү буйынса ғариза биргәнгә тиклем дүрт календарь ай алдан һуңғы 12 айҙағы йән башына уртаса килеме һәм ғаилә алған бөтә социаль ярҙам саралары иҫәпкә алына. Ғөмүмән, калькулятор һәм блокнот менән ҡоралланығыҙ һәм айырылышыу өсөн ЗАГС-ҡа барғанға тиклем хәйләһеҙ иҫәп-хисап яһағыҙ. Дәүләт иҫәбенә тиҙ һәм еңел генә байый алмаясаҡһығыҙ.
Закон ни ти?
Рәсәй ҡануниәтендә фиктив айырылышыу кеүек төшөнсә юҡ. Шуға ярашлы, сәбәптәргә ҡарамаҫтан, ир менән ҡатын уның өсөн бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ йөрөтмәй. Судта шулай уҡ ғаиләнең никахты тарҡатырға ҡарар итеү сәбәбен дә әйтеүҙе талап итмәйҙәр. Ләкин фиктив айырылышыу арҡаһында ғаиләлә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килеүе мөмөкин. Һүҙ ир менән ҡатындың мөлкәте тураһында бара.
- Айырылышыу ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тулыһынса туҡтатыуға килтерә, - ти юрист Зилә Сафина. - Матди характерҙағы бәхәстәр, ҡағиҙә булараҡ, фиктив айырылышыу осрағында килеп сыҡмай, сөнки ир менән ҡатын бергә йәшәүен дауам итә.
Әммә формаль айырылышыу ысынға әйләнә икән, шул саҡта ир менән ҡатындың береһенә, өс йыл тәшкил иткән мөлкәтте бүлеү мәсьәләләре буйынса дәғүә ваҡыты үткәнгә күрә, мөлкәтһеҙ ҡалыу хәүефе янай. Мәҫәлән, ир менән ҡатын формаль рәүештә айырылыша, ә дүрт йылдан һуң ир ғаиләһенән ысын мәғәнәһендә китергә ҡарар итә. Әгәр элекке ҡатыны был мөлкәтте бүлеүҙе һорап дәғүә менән мөрәжәғәт итһә, ул бер нимәһеҙ тороп ҡағылыуы ихтимал, сөнки дәғүә ваҡыты күптән үткән. Бынан тыш, никахтан тыш һатып алынған милек хоҡуҡ эйәһенең шәхси милке булып һанала һәм бүленешкә дусар ителмәй.
Шулай уҡ айырылышҡан ир менән ҡатындың береһе үлгән осраҡта ла проблемалар тыуыуы ихтимал.
Беҙ туймазыларҙан балаларға түләү өсөн айырылышыу хаҡында нимә уйлауҙары хаҡында һораныҡ.
Гөлүзә: «Икеһе лә риза булһа, нишләп булмаҫ инде? Беҙ аҡса барыһын да хәл иткән осорҙа йәшәйбеҙ».
Рузилә: «Хәҙерге ғаиләләргә ҡарайым да хайран ҡалам: аҡса өсөн бала табалар, аҡса өсөн айырылышалар. Йәштәр эшләүҙән баш тартып, пособие алырға теләй».
Ринат: «Быға риза булған ир кешегә оят».
Юлиә: «Минең паспортымда штамп ғаиләне туйҙырмаҫ. Тейешенсә дәүләттән мөмкин тиклем күберәкте һығып сығарырға кәрәк. Кем нисек булдыра, шулай йәшәй».
Зәлиә: «Ни өсөн миңә дивандан тороп, балаларына аҡса эшләү урынына айырылышырға ризалашҡан ир?»
Ирина: «Ә беҙ ирем менән шуға теркәлмәнек. Барыһын да үткәрҙеләр. Паспортта ниңә беҙгә штамп? Пособие формаһында балалар өсөн 20 мең һум алам. Эшкә сыҡһам, хеҙмәт хаҡы ла ошондай булыр ине. Әле өйҙә тыныс ҡына ултырам, балалар менән шөғөлләнәм».
Урал: «Әгәр ҡатыным миңә фиктив айырышыу тәҡдим итһә, мин кәрәге юҡ тип әйтер инем. Аҡса етмәгән осраҡта, ир кеше һәр ваҡыт аҡса эшләй ала».