- 2021 йылда Шаран районында 71 иҫерек водитель тотолған, быйыл 8 айҙа ошондай 57 осраҡ теркәлгән. Уларҙың 24-е (6-һы 2022 йылдың башынан) ҡабаттан эскән килеш рулдә тотолған!
Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 128-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн 30 мең һум күләмендә штраф һәм 1,5-2 йылға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған. Ә ҡабаттан боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы янай. Мәҫәлән, Шаран районында йәшәүсе бер кеше рулдә иҫерек килеш тотолған, бының өсөн ул 1 йылға иректән мәхрүм ителгән, шулай уҡ 2 йылға транспорт сараһы менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
Хөрмәтле водителдәр, һәр саҡ руль артына ултырып, эскән килеш үҙегеҙҙе, һеҙҙең менән бергә барыусыларҙы, шулай уҡ тирә-йүндәгеләрҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, иҫерек килеш рулгә ултырмағыҙ! – тип иҫкәрткән район етәксеһе.