Йома көндөң икенсе яртыһында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция капитаны Ленар Ибәтуллин һәм юл-патруль хеҙмәте төркөмөнөң өлкән инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Денис Хәлиуллин составындағы ЮХХДИ экипажы сираттағы дежурға сыҡты.
Рейдта ҡатнашыусылар һөйләүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында Туймазы юлдарында фажиғәгә килтергән авариялар быйыл да аҙ түгел. Мәҫәлән, 28 августа Николаевка ауылы янында юл-транспорт ваҡиғаһында пенсионер һәләк булған. Бынан бер көн алда Серафимовка ауылында ла авария теркәлгән – велосипедта барған ҡатын-ҡыҙ аварияға эләгеп һәләк була.
- Тәү сиратта юл-транспорт ваҡиғалары йыш булған урындарҙы ҡарарбыҙ, - тип аңлаттылар тәртип һаҡсылары.
Автовокзал янындағы тоннелгә яҡынлашабыҙ. Шунда уҡ артыҡ тонировкаланған быялалы машина килеп сыға. Әлбиттә, туҡтатып, протокол төҙөлдө. Автомобилде тонировкалау талаптарын боҙоусыға 500 һум күләмендә штраф янай. Әгәр артабан водитель тонировкалау пленкаһын һыҙырып алмаһа, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән киләһе осрашыуҙа яза ҡатыраҡ буласаҡ: 2000-дән алып 4000 һумға тиклем штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу.
- Кемдер алғы тәҙрәләрҙе кәрәгенән артыҡ ҡараңғылатыуҙы уйлап сығарылған проблема тип әйтер, - ти Денис Хәлиуллин. - Әммә был сара күреү мөмкинлеген кәметә. Ябай миҫал: пленкаһыҙ водитель юлда кәмендә 100 метр алыҫлыҡта йәйәүлене күрә ала. Ә тоноҡ быяла күреү мөмкинлеген 35-70 метрға тиклем кәметә. Насар һауа шарттарында тонировкалы автомобилдәр өсөн авариялар ихтималлығы арта.
Шул уҡ ваҡытта икенсе хоҡуҡ боҙоусы табыла: водитель «зебра» аша сығып барған кешене үткәрмәгән.
- Йәйәүле юл ситендә генә торған һәм «зебра»ға атларға ғына йыйынған бит, - тип аҡланырға маташа «Лада-Гранта» водителе.
- Һеҙҙең бурыс - уны үткәреү. Бер аҙым яһағас, ул автомобилегеҙ тәгәрмәсе аҫтына эләгер ине, - тип иҫкә төшөрҙө полиция капитаны Ленар Ибәтуллин. Һәм протокол төҙөй башланы. Бының өсөн 1500 һумдан 2500 һумға тиклем штраф ҡаралған (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.18-се статьяһы).
- Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар йыш ҡына тоннелдән сыҡҡан водителдәргә хас, - тип аңлатты Денис Хәлиуллин. - Йәштәр йыш ҡына хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә онота. Ләкин бындай онотоусанлык етди йәрәхәттәр менән янай.
Тәртип һаҡсыларының иғтибарын еңел машина йәлеп итте – уның водителе инспекторҙың талабы буйынса туҡтамай үтеп китә. Полицейскийҙар тиҙ арала уны ҡыуып етә һәм туҡтарға мәжбүр итә.
Юл хәрәкәтенең киләһе ҡатнашыусыһы инспекторҙарҙы ла аптыратты. Островский урамы буйлап китеп барған машинаның дәүләт номеры юҡ, быялаһы тонировкаланған. Йәш егет дәүләт номерын урланылар тип аңлатты. Дәүләт номерының булмауы - етди боҙоу. Шуға күрә экипаж водитель менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлексәһенә - Клара Цеткин урамына юл тотто. Унда мәғлүмәттәр базаһы аша егетте тикшерҙеләр. Асыҡланыуынса, йәш кеше - даими нигеҙҙә хоҡуҡ боҙоусы. Нөркәй ауылында йәшәгән 19 йәшлек егет юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дүрт штрафты ваҡытында түләмәгән. Асыҡланыуынса, йәш кеше дүрт ай элек кенә водитель таныҡлығы алған. «Штраф түләү өсөн аҡсам булманы. Ошо көндәрҙә таксиҙа эшләргә сығам, аҡса түләйем», - тип аҡланырға маташты закон боҙоусы.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, ә егеттең юл хәрәкәте ҡәғиҙәләрен боҙоу арҡаһында кеше ғүмере өҙөлөүе ихтимал ине. Шуға күрә йәш водитель язанан ҡотола алмаясаҡ. Быяланы тонировкалаған өсөн уны 500 һум күләмендә штраф көтә. Ваҡытында түләнмәгән һәр штраф өсөн - тағы 1000-шәр һум. Дәүләт номеры булмаған осраҡта - 5 мең һум күләмендә штраф.
Кағыҙ тултырғас, тәртип һаҡсылары ҡала юлдарында дежур итеүҙәрен дауам итте. Был көндө улар 20 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәне. Һүҙ, нигеҙҙә, машиналарҙың үтә ныҡ тонировкалау, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәүе, тиҙлек режимын боҙоу тураһында барҙы. Был көндә иҫерек килеш рульб артына ултырыусылар инспекторҙарға эләкмәне. Ләкин үткән айҙа планға ярашлы эш һәм рейдтар барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Туймазы районында 20 иҫерек водителде тотҡан. Уларға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай.