Һылыуҡайҙар - мәктәп лидерҙары һәм активистары, бөтә Рәсәй, республика һәм район кимәлендәге сараларҙа ҡатнаша.
Хәҙер улар 25 сентябрҙән 16 октябргә тиклем «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә үтәсәк уҡыу үҙидараһы лидерҙарының «Уңыш биләмәһе» Бөтә Рәсәй форумына барасаҡ. Унда Рәсәйҙең иң әүҙем 1000-гә яҡын уҡыусыһы киләсәк, улар үҙҙәренең лидерлыҡ һәләттәрен үҫтерә аласаҡ.
Форум «Уҡыусылар үҙидаралығы» дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусыларының советтарын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының тәүге сараһы буласаҡ.
Алина менән Алһыуҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, «Артек»та ваҡытығыҙҙы һөҙөмтәле үткәреүегеҙҙе теләйбеҙ!