+14 °С
Облачно
События и факты
7 Сентября 2022, 10:19

Фидан Ишемғолов: «Беҙ һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән бәхилләштек»

Кисә Салмалы ауылы халҡы Шаран районда йәшәгән һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлләмов Фәтҡелбайан Низаметдин улы менән бәхилләште.

Хакимиәт башлығы Фидан Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғанса, ветеран 1939 йылда армия сафына алына, Иркутскиҙа, Бүрәт Республикаһында, Ҡаҙағстанда, Монголияла хеҙмәт итә.

-       Һуғыш йылдарында Ватаныбыҙҙы ғына түгел, Көнсығыш Европа илдәрен фашист илбаҫарҙарынан да азат итә. «Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнгән. Быйыл март айында Фәтҡелбаян Низаметдин улы үҙенең 103 йәшен билдәләне. Фәтҡылбай Низаметдин улының бөтә туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, - тип яҙҙы ул.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас