«Туймазы районының Әгертамаҡ ауылында баланың трансформаторға менеүе, уны ток һуғыуы һәм ярҙам талап ителеүе тураһында хәбәр килмәгән», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Беҙҙең спарвка - был бәхетһеҙ ҡот осҡос осраҡ илдең икенсе төбәгендә 18 августа булған. Кузбасс ҡасабаһында электр подстанцияһында токтан һуғылып үлгән 9 йәшлек малайҙың кәүҙәһе табылған.
Фажиғә сәбәптәрен прокуратура һәм тәфтишселәр асыҡлай.