Район башлығы Айҙар Суфиянов һәм Туймазы район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Сәхибгәрәев Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Үҙәк район дауаханаһы, миграция хеҙмәте, халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, Роспотребнадзор, Пенсия фонды вәкилдәренең отчеттарын тыңланы.
«Башҡортостан» ҡунаҡханаһында ЛНР һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан 47 күскенсе йәшәй. Улар бушлай туҡланыу һәм медикаменттар менән тәьмин ителгән, кәрәк булған осраҡта уларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Уларҙың һәр береһенә 10 мең һум күләмендә ай һайын матди ярҙам күрһәтелә.
39 кешегә ҡарата тиҙләтелгән тәртиптә Рәсәй гражданлығын алыу өсөн документтар әҙерләп, миграция хеҙмәтенә ебәргәндәр. Рәсәй паспорттарын алғандан һуң ғаиләләргә - балаларын ҡарау өсөн пособие, ә пенсионерҙарға пенсия түләнә башлай.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында инвалидлыҡ буйынса пособие алыуға мохтаж ҡасаҡтар Өфөлә медик-социаль экспертиза үтте.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге теләүселәр өсөн «САВА-Бетон» предприятиеһына экскурсия ойошторҙо. Эшкә мохтаждарҙы вакансиялар менән таныштырҙылар.