+12 °С
Ясно
События и факты
5 Сентября 2022, 07:25

Туймазы районы пенсионерҙары Башҡортостан буйлап сәйәхәттә ғүмерҙәрен оҙайта

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» республика социаль проекты Туймазы районынан йөҙгә яҡын пенсионерға республика буйлап сәйәхәт ойошторорға ярҙам итте.

Ҡандракүл ауылында йәшәүсе Сирена Сөләймәнова пенсияға ике йыл самаһы элек сыҡҡан, район ҡулланыусылар йәмғиәте магазиндарында сирек быуатҡа яҡын эшләгән. Эшен яратҡан, ти: коллектив татыу булған, ауыл халҡы уны хөрмәт иткән.

- Ләкин ҙур теләк менән пенсияға сыҡтым, сөнки үҙ хужалығыңда эш күп. Баҡсала 26 сутыйҙа йәшелсә һәм бесән үҫә, - ти Сирена Мирдиян ҡыҙы. - Ике һыйыр һәм быҙау бар. Ирем вахта буйлап йөрөй - хужалыҡ минең өҫтөмдә.

Ауылдашым Фәзина Әхмәтова «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты тураһында һөйләгәс, күптәр барырға теләк белдерҙе.

-      Мин, өйгә киске һауынға ҡайтһаҡ - барам, тинем. Быға тиклем Өфөлә булдым, унда балаларым йәшәй. Әммә баш ҡалала бер ни ҙә күрмәнем тиерлек. Ә беҙгә, ҡала, музейҙар буйлап экскурсиялар, теплоходта йөрөү буласаҡ, тинеләр... Алдаманылар. Теплоходта йөрөнөк. Иң оҡшағаны Милли музей булды.

Сәфәргә 20 кеше йыйылды. Яртыһы - урындағы «Ихлас» һәм «Талсым» йыр һәм фольклор ансамблдәрендә ҡатнашыусылар: Әлфиә Сәғитова, Рәзилә Хәмиҙуллина, Роза Ғашимова.

- Кире ҡайтҡанда юлда йырҙар йырлап ҡайттыҡ! Күңелле булды, - тип һөйләй ауыл халҡы. - Сәфәр беҙҙе берләштерҙе.

Райондың ветерандар советы етәксеһе Нурулла Биксуров һүҙҙәренсә, бер ауыл советында йәки предприятиела йәшәүселәр араһында сәфәрҙәр ойоштороу ҡулайлыраҡ. Быйыл сәфәрҙәр Сәрән, Кәкребаш, Ҡарат, Собханғол, Ҡандра ауыл советтарында йәшәүселәр өсөн ойошторолдо. Пенсионерҙар Өфөлә, Миәкә районындағы изге шишмәлә, «Бабай утары» музей комплексында булды.

Әгәр проектта ҡатнашырға теләһәгеҙ, 5-17-11, 7-15-44 телефондары буйынса райондың ветерандар советына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас