+23 °С
Облачно
События и факты
5 Сентября 2022, 07:31

Шаран тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы күсмә күргәҙмәһе проектын тормошҡа ашырыу өсөн Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына лайыҡ булды

Шаран тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы «Халыҡ мәҙәниәтенең сағылышы булараҡ костюмдар» күсмә күргәҙмәһе проектын тормошҡа ашырыу өсөн Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына лайыҡ булды.

Музейҙа 20-се быуат башындағы төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡыҙының күлдәге һаҡлана. Уны өйрәнеү өсөн күрше райондарҙан, бөтә республиканан этнографтар килә. Шул рәүешле музей хеҙмәткәрҙәренең милли кейеме, башҡорт көнкүреш һәм этнография предметтары менән күсмә күргәҙмә ойоштороу идеяһы килеп тыуҙы.

477 мең һум күләмендәге грант ярҙамында күргәҙмәне мультимедиалы панель, махсус яҡтылыҡлы мобиль витриналар менән тулыландырыу планлаштырыла.

Күсмә күргәҙмә 2022 йылдың декабренән Шаран районы мәктәптәрендә ойоштороласаҡ. Артабан күргәҙмәне райондың тағы ла дүрт төп милләте: рус, татар, мари һәм сыуаш милли кейемдәре менән тулыландырыу планлаштырыла.

Был күргәҙмә нигеҙендә музей һәм район мәктәптәре тематик саралар үткәрә, балаларҙы тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа йәлеп итә аласаҡ.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас