+17 °С
Облачно
События и факты
5 Сентября 2022, 10:26

Рейд йомғаҡтары: бер водитель иҫерек көйөнсә йөрөгән өсөн тотолған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәрмәкәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, үткән ял көндәрендә үткәрелгән сираттағы рейд һөҙөмтәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре бер  иҫерек водителде, шулай уҡ бер водитель танытмаһы булмаған кешене асыҡлағандар.

Иҫкәртеү сараһы сиктәрендә юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 100-ҙән ашыу транспортты тикшерҙе, бер автомобиль махсус түләүле туҡталышҡа эвакуацияланды.

Мопедтар һәм еңел мотоциклдар менән идара иткән балалар һәм үҫмерҙәр асыҡланмаған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас