+16 °С
Ясно
События и факты
2 Сентября 2022, 10:07

Туймазыла фермерҙар үҙ рекордтарын ҡуя

Туймазы районы йәшелсәселәре мең тонна йәшелсә һәм бәшмәк үҫтергән.

Быйыл Туймазы фермерҙары 14 мең тоннаға яҡын ҡыяр һәм 12 мең тоннанан ашыу ябыҡ грунт помидоры үҫтергән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 750 килограмға күберәк. Быйыл бәшмәкселек менән шөғөлләнеүселәрҙең дә уңышы һәйбәт. Улар 360 тонна бәшмәк үҫтергән (былтырғыға ҡарағанда 60 тоннаға күберәк). Асыҡ тупраҡта йәшелсә, атап әйткәндә, кәбеҫтә менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙа эш ҡайнай. Биш гектар майҙандан иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә йыйып алынған, уңыш гектарынан 600 центнер тәшкил иткән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас