Ике дуҫ ҡайнар араҡы эсеп ваҡыт уҙғарған. Уларҙың береһе өйөнә ҡайтырға йыйынған. Ул үҙенең машинаһының руле артына ултырған, ләкин юлда идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм машинаны күпер янында ауҙарған.
Ул атаһын ярҙамға саҡырған, тегеһе килеп еткәс, егет эсеүен дауам иткән.
Күпмелер ваҡыттан һуң уның иҫерек иптәше «Лада Гранта» автомобилендә 65 йәшлек дуҫының атаһын тапаған. Оло кеше улының машинаһын юлға сығарырға маташҡан саҡта була был хәл.
Фажиғә Ташлыкүл ауылы янында булған. «Гранта» водителе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.
Уҙған тәүлектә республикала ун өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм ун дүртеһе төрлө йәрәхәттәр алған. 29 иҫерек водитель тотолған.