+23 °С
Облачно
События и факты
30 Августа 2022, 11:55

Туймазыла төбәктең хеҙмәт министры Донбастан мәжбүри күскенселәр менән осрашты

Туймазыла республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Донбастан мәжбүри күскенселәр менән осрашты.

Ул бөгөн 47 кеше йәшәгән «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы номерына инеп сыҡты, уларҙан йәшәү шарттары һәм мөһим проблемалар хаҡында һорашты. Шулай уҡ уға медицина хеҙмәтләндереүе, килгән кешеләрҙе юридик һәм социаль оҙатыу нисек яйға һалыныуы хаҡында һөйләнеләр. Күскенселәр үҙҙәре Ленара Хәким ҡыҙы менән һөйләшеүҙә урындағы властарға уңайлы урынлашыуҙары һәм яңы шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашыу, шул иҫәптән балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьәләләрен тиҙ хәл итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Эшкә урынлашыу темаһын да тикшерҙек - күптәр үҙҙәренә йәшәүгә аҡса эшләй башлау мөмкинлеген түҙемһеҙлек менән көтә.

- Һеҙ һәм эшсе ҡулдарығыҙ беҙгә кәрәк. Һеҙ - беҙҙекеләр, - тип дәртләндерҙе Ленара Иванова күскенселәрҙе. Ведомство етәксеһе бер нисә мөрәжәғәтте эшкә алды, уларҙы республика кимәлендә генә хәл итергә мөмкин.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙгә килгән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары граждандарына - ниндәйҙер объектив сәбәптәр буйынса эшләй алмағандарға, уларҙың бәлиғ булмаған балаларына тейешле түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте. Шуға ла был аҙым урындағы һәм республика властары хәл итә алмаған проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас