

Республикала беренсе шайморатов кластары ике йыл элек барлыҡҡа килде. Быйыл кластарҙың береһе Туймазының 1-се гимназияһында асыласаҡ - бөтәһе 78 буласаҡ. Балалар өсөн махсус форма тегәләр һәм значоктар әҙерләйҙәр.
Ике йыл элек яҙғыһын гимназия стенаһы буйында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың бюсы асылғайны. Гимназиясыларҙың хыялын тормошҡа ашырырға урындағы эшҡыуарҙар һәм предприятие етәкселәре Әхәт Ғәзизов, Рәдис Ғәйнетдинов, Карен Хачатрян, Фәнир Ғәлимов, Нурулла Биксуров ярҙам итте.
Беренсе Туймазы гимназияһының 5 Б класына дивизия командирының исеме биреләсәк.