Дәүләкән районындағы юл фажиғәһендә 15 йәшлек уҡыусының ғүмере өҙөлгән.
Авария иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың ЮХХДИ.
Малай туғандарында булған. Барыһы ла йоҡлағанда, ул ағайының «Хендай Акцент»ының асҡысын алған да, руль артына ултырған.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, үҫмер юл фажиғәһенә эләгә: автомобиль кюветҡа төшөп, ауа. Бала алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған.