+18 °С
Дождь
События и факты
16 Августа 2022, 10:08

Туймазыла ҡотҡарыусылар һыу объекттарында хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкә төшөрҙө

Календарь буйынса август, ә һауа торошо эҫе көндәр менән ҡыуандырыуын дауам итә. Көн һайын һыу янында ял итеүселәр күп.

Зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары йыл дауамында мәктәп уҡыусылары менән һыуҙа хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы иҫкәртеү эштәре алып бара. Былар балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Һыуҙа үҙеңде нисек тоторға?» иҫкәрмәләрен таратыу ҙа, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре лә.

Каникулдар башланыу менән аңлатыу эштәре һыу ятҡылыҡтары буйында үткәрелә. Июндән алып ҡотҡарыусылар халыҡтың рөхсәтһеҙ ял итеү урындары буйлап тиҫтәләгән профилактик рейд уҙғарҙы.

 Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял итеүселәр менән һөйләшеүҙәр, күргәҙмәле агитация сараларын (плакаттар, листовкалар) ҡуйыу һәр ваҡытта ла ярҙам итмәй.

12 августа Илсембәт карьерҙарында Туймазы ҡалаһының Сулпан биҫтәһендә йәшәгән 38 йәшлек ир батып үлгән. Карьерҙары һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған, урыны менән унда тәрәнлеге 18 метрға етә.

Баҫмабыҙ Бәйләнештә төркөмөндә яңылыҡ баҫтырғандан һуң, туймазылар был турала фекер алыша башланы.

Унда хәүефле хәлдәрҙең даими сығыуы асыҡланған.

«Был аҙнала ағайым ике ҡыҙҙы ҡотҡарған, бәләкәйе һыу аҫтына киткән ине. Икенсе ҡыҙ ҙа бата башлай,ул  икеһен дә сығарҙы. Ата-әсәләре ошо фактты иғтибарһыҙ ҡалдырҙы», - тип яҙҙы Гөлназ Л.

- Эскән килеш һыу инеү һәм ата-әсәләр яғынан балаларын контролдә тотмауы һыуҙа үлем осраҡтарының төп сәбәптәре булып ҡала, - ти отряд начальнигы Эдуард Шәғәлиев. - Ләкин шуны аңлағыҙ: ҡотҡарыусыны һәр бер кеше янына ҡуйып булмай, һыу буйында спиртлы эсемлектәр эсмәгеҙ, балаларҙы һыу ингәндә күҙ алдында тотоғоҙ. Үҙегеҙҙең, балаларығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас