+14 °С
Облачно
События и факты
16 Августа 2022, 09:55

Бал тураһында 6 төп миф

Нимә дөрөҫ, ә нимә юҡ? Бал - донъяла иң популяр продукттарҙың береһе. Ғалимдар уның файҙалы үҙенсәлектәрен күптән өйрәнә, әммә, күп тикшеренеүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләр әле лә мифтарға ышана.

Ысынлап та, балды йылытҡанда токсиндар бүлеп сығара һәм уның яраҡлылыҡ срогы юҡмы?

Быны үҙебеҙҙең эксперт - тәжрибәле умартасы Зөфәр Булатов ярҙамында асыҡлайбыҙ.

1-се миф. Бал кристаллашҡан икән, тимәк, ул боҙолған. Дөрөҫ түгел. Кристаллашыу - тәбиғи процесс, ул балда шәкәрҙәр: глюкоза булыу сәбәпле килеп сыға. Тап ошо берләшмәләр кристалдар барлыҡҡа килтерә һәм продуктты ҡатыраҡ яһай. Кристаллашыу тиҙлеге шәкәр күләменә бәйле. Шундай хәлдә лә бал үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен һәм еҫен юғалтмай. Уны шыйыҡсаға әйләндереүҙең иң ябай ысулы - микротулҡынлы мейестә 20-30 секунд йылытыу.

2-се миф. Балдың яраҡлылыҡ ваҡыты юҡ. Балдың яраҡлылыҡ срогы сикләнмәгән, ләкин уны ҡараңғы һәм һалҡын урында һаҡланрға кәрәк.

3-сө миф. Балды йылытҡанда токсиндар һәм хәүефле матдәләр бүлеп сығара. Тәбиғи органик балда зарарлы химик матдәләр юҡ, шуға күрә продукт токсиндар бүлеп сығара алмай - унда улар юҡ. Ләкин балды оҙаҡ йылытҡанда файҙалы ферменттарҙы һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе юғалыуы ихтимал. Йылытыу өсөн иң уңай температура - 40 градус самаһы.

4-се миф. Шыйыҡ балға ҡарағанда ҡуйыраҡ бал яҡшыраҡ. Күптәр ҡуйы бал шыйыҡ балдан яҡшыраҡ тип уйлай, ләкин ысынында иһә был продукттың сифат күрһәткесе түгел. Консистенцияға күп факторҙар: йыйылыу урыны, тупраҡ шарттары, ландшафт, һауа торошо, дымлылыҡ йоғонто яһай. Сифат тураһында консистенцияға ҡарап ҡына фекер йөрөтмәү яҡшыраҡ - һатыусыға, урынға, йыйыу процесына һәм продукт составына иғтибар итергә кәрәк.

5-се миф. Бөтә бал да бер тигеҙ. Балдың бик күп төрҙәре бар. Нектар сығанағына ҡарап төрө, тәме, еҫе һәм консистенцияһы айырыла һәм төрлө файҙалы үҙенсәлектәргә эйә була. Иң популярдары - ҡарабойҙай, сәскә, йүкә балы.

6-сы миф. Фильт аша үтмәгән бал иң яҡшыһы. Бал алғанда умартасы уны фильтрлай – балауыҙҙан таҙарта. Фильтрланған йәки пастеризацияланған продукт шыйыҡ һәм үтә күренмәле килеп сыға. Пастеризация процесы һаҡлау ваҡытын арттыра һәм тәмгә йоғонто яһауы мөмкин булған сүпрә күҙәнәктәрен үлтерә. Бындай бал барыбер таҙа һәм тәбиғи тип иҫәпләнә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас