+24 °С
Ясно
События и факты
15 Августа 2022, 05:04

Туймазы урам һепереүсе республика конкурсында икенсегә призер булды

Туймазы районының Серафимовка ауылында йәшәүсе, «Инициатива Плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урам һепереүсеһе Лира Казакова ике тапҡыр республика профессиональ конкурсы призеры булды.

Казакованың эшмәкәрлеге һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлау менән бәйле булды. Ул оҙаҡ ваҡыт балалар йортонда дезинсектор булып эшләгән, ете йыл элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә - «Инициатива плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә килгән.

- Ул ваҡытҡа балалар үҫеп, ғаилә ҡорҙо, - тип һөйләй Лира Тимергәрәй ҡыҙы. - Миңә тәҡдим ителгән эш йорт һәм баҡса участкаһынан алыҫ түгел ине, унда мин ваҡыт үткәрергә яратам. Баҡсамда минең йәшелсә, сәскә түтәлдәре, тауыҡтарым, бесәйҙәрем, эттәрем бар.

Казаковаға 19-сы һәм 20-се кварталдарҙағы алты күп фатирлы йорт беркетелгән. Унда ихаталар ҙур. Эш ҡышҡыһын да, йәйгеһен дә етерлек.

Эшенең төп ыңғай яғы - шунда уҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе күренә, тип иҫәпләй ул. Өҫтәүенә уны үҙе йыйыштырған йорттарҙа йәшәүселәр менән аралашыу мөмкинлеге лә ҡыуандыра: улар Лира Тимергәрәй ҡыҙының тырышлыҡтарын күрә.

 - Быйыл ҡыш ҡар күп булды. Яҙ көнө һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаһын өсөн, һәр ҡарҙан һуң тәү сиратта подъездарҙы таҙарттым, - тип һөйләй Казакова. - Һуңынан юлдарҙа, тротуарҙарҙа ҡар таҙартыу техникаһы барып етә алмаған ҡарҙы йыйыштырҙым, боҙлауыҡ ваҡытында уларға ҡом һибәм. Йылдың ошондай миҙгелендә урам һепереүселәрҙең ял көндәре юҡ, эш графигы бик ҡаты. Ләкин мин яҡын йәшәгәнгә, был минең өсөн проблема түгел. Йәй ямғырҙарға йомарт булып сыҡты - ихаталағы үлән ныҡ үҫте. Ваҡытында сабып өлгөрмәһәң, ҡороп, янғын хәүефе тыуҙырыуы ихтимал.

Тәжрибә һәм эшһөйәрлек Лира Тимергәрәй ҡыҙына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында профессиональ оҫталыҡ зона конкурсында практик эште башҡарып сығырға ярҙам итте һәм өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас