Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ташсыһы Рәнис Рәйес улы Мөнирйәнов.
«Йыл ярым эсендә 4,5 миллион квадрат метр, былтыр 3 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөнөк. Был Башҡортостан тарихында рекорд. Бындай күләмдәр республикабыҙҙа бер ҡасан да булманы, - тине Радий Фәрит улы. - Төҙөлөш инфраструктураһын үҫтереү өсөн федераль аҡсаларҙы әүҙем йәлеп итәбеҙ. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса быйыл 4,4 миллиард һум үҙләштерелә. Төҙөлөш комплексы үҙ бурыстарын үтәр, тип ышанам. Йәш ғаиләләр фатирҙар һатып ала алһын, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ матур булһын өсөн яңы уңайлы йорттар төҙөйәсәк».