Быйыл фермер хужалығында сәсеүлектәрҙең торошон кабинеттан сыҡмайынса күҙәтеп барыу мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле система индерелде. Был ауыл хужалығы ерҙәренә спутник мониторингы системаһы. Ул сәсеүлектәрҙең торошон контролдә тота һәм уларҙың үҫеүен һәм үҫешен яҡшыртыу өсөн теге йәки был ашламалар индереү ваҡытын, һанын иҫәпләй. Хужалыҡта 10 мең гектарҙан ашыу майҙан бар, улар төбәк өсөн һирәк осраған культуралар менән дә сәселә.
Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү тәжрибәһе менән хужалыҡ предприятиеһы етәксеһе Ирек Нәсибуллин алдағы урып йыйыу кампанияһына арналған район семинарында уртаҡлашты. Ул ошо көндәрҙә «Өйәҙе» базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, БР Ауыл хужалығы министрлығы, аграр университеты, ауыл хужалығы идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы.
Һүҙ алдағы урып йыйыу кампанияһына пландар, аграрийҙарҙың проблемалары хаҡында барҙы, уларҙың береһе - кадрҙар.
Туймазы агросәнәғәт колледжы етәксеһе Наил Ғәзизов хәбәр итеүенсә, уҡыу йортоноң өсөнсө курс студенттары ауыл хужалығы техникаһын бик яҡшы белә, тейешле документтары бар һәм уңыш йыйыуҙа ҡатнаша ала.