+16 °С
Ясно
События и факты
12 Августа 2022, 05:42

Башҡортостанда йәштәр социаль проектҡа 1 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостанда 14 йәштән 35 йәшкәсә кешеләрҙең социаль мөһим проекттарға 1 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар.

Бының өсөн Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ гранттарының икенсе конкурсында ҡатнашырға кәрәк. Конкурста 15 номинация.

Был проекттар йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға, бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереүгә һәм мәҙәни диалогҡа булышлыҡ итеүгә, экстремизмға ҡаршы тороуға, ғаилә ҡиммәттәренә күтәреүгә йүнәлтелгән.

 Ғаризалар 22 авгусҡа тиклем https://fadm.gov.ru/news/66013 сайтында ҡабул ителә. Шунда уҡ номинацияларҙың тулы исемлеге булдырылған. Унда ҡатнашыу өсөн теркәлеү мотлаҡ, ҡалғанын - «Проекттар» һәм «Саралар» бүлектәрендә.

Беренсе миҙгел йомғаҡтары буйынса 14 мең ғаризанан 1000-дән ашыу ҡатнашыусы дөйөм алғанда 860 миллион һумдан ашыу аҡса алды. Еңеүселәр иҫәбенә Башҡортостандан 27 кеше инде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас