+16 °С
Ясно
События и факты
11 Августа 2022, 10:18

Туймазы халҡы "Йәйләү" этнотирмәһенә йыйыла

Эш көнөндө ығы-зығынан ял итке килһә, Туймазы халҡы "Йәйләү" этнотирмәһенә бара ала.

Бында оҫталыҡ дәрестәре һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре ойошторола.

Ижад итер өсөн урын да, материалдар ҙа бар. Мәҫәлән, макарондар. Макарон изделиеларынан төрлө матур әйберҙәр эшләү өсөн Иҫке Ҡандра ауылы мәҙәниәт йорто менеджеры Зөлфиә Колесова «Макарон фантазиялары» оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.

Кейеҙ - иң боронғо туҡымаларҙың береһе. Матур. Йылы. Пластик. Тәбиғәт энергияһы менән һуғарылған. Кейеҙ баҫыу сәнғәте быуындан быуынға тапшырыла килгән. Ярым онотолған халыҡ кәсебе тергеҙелә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә әүерелә.

Киндетамаҡ ауылы мәҙәниәт йортон ойоштороусы Татьяна Гордина кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм йөндө эшкәртеү, уның менән эшләү алымдары, кейеҙ баҫыу тарихы һәм баҫыу ысулдары, шулай уҡ заманса кейеҙ баҫыу, йөндө ебәк, вискоза һәм башҡа туҡымалар менән берләштереү тураһында һөйләне.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас