+19 °С
Облачно
События и факты
10 Августа 2022, 05:49

Туймазыла табиптар эсәк инфекцияһын йоҡтороу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бер ир баҙарҙа һатып алынған ҡарбузды ашағандан һуң реанимацияға эләккән.

Табиптар ир ҡарбуз менән ағыуланған тип уйлай. Ләкин башҡа аҙыҡ-түлек ҡулланғандан йәки шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндән һуң да дауаханаға эләгергә мөмкин. Райондың санитар табиптарының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Туймазыла август башынан 14 кеше киҫкен эсәк инфекцияһын йоҡторған. 12 сирле - балалар. Уларҙың күбеһе балалар баҡсаларына һәм башҡа балалар учреждениеларына бармаған, йәғни ауырыу алдынан өйҙә булған. Уларҙың ата-әсәләре һүҙәренә ҡарағанда, балаларҙа йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары, шашлыҡ, тауыҡ, торт, бәлеш ашағандан һуң сир билдәләре асыҡланған.

Ауылыу сәбәптәпе күп - аҙыҡ-түлек йә насар йыуылған була, йә термик эшкәртеү насар эшләнгән, йә аҙыҡ яраҡһыҙ шарттарҙа һаҡланған.

Медиктар эҫелә тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлекте һаҡлау, аш-һыу әҙерләү ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, ашар алдынан һәм санузелға барғандан һуң ҡулдарҙы йыуыу айырыуса мөһим тип иҫкәртә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас