- Ғөмүмән, мин дипломлы юристмын, - тип һөйләй Аида. - Һөнәрем буйынса ғына эшләргә тура килмәне. Юридик колледжды тамамлағас, шунда уҡ кейәүгә сыҡтым, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Декрет ялынан һуң шәхси фирмаға менеджер булып эшкә урынлашатым - рулонлы тәҙрәләр һәм жалюзиҙар һатттым. Барыһы ла шунда башланды. Тәүҙә миңә һатып алыусыларҙың заказы буйынса жалюзи тегергә кәрәк ине.
Ярты йыл элек ул дәүләт ярҙамына иҫәп тота алыуы хаҡында белеп ҡала. Халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә, бизнес-план төҙөй, уны уңышлы яҡлай һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән үҙ эшеңде үҫтереүгә социаль контракт төҙөй.
Хәҙер Аида үҙен, балаларын, тормош иптәшен кейендерә, заказдар ала.
- Әммә ҙур заказсыларға тотонорға әлегә ҡыйыулыҡ етмәй, - ти.
Яңыраҡ ҡыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, түшәк кәрәк-яраҡтары тегеү буйынса сираттағы интернет-курстарға яҙылған. Үҙмәшғүл булараҡ формалашҡан. Ай һайын һалым сифатында керемдән 4 процент түләй - ул әлегә ҙур түгел, ике айҙа 40 мең һум самаһы. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Туймазылағы филиалы директоры Альмира Фәттәхова әйтеүенсә, йыл башынан Туймазы эшҡыуарҙары 25 социаль контракт төҙөгән. Иң популяр эшмәкәрлек өлкәләре - бөҙрәхана һәм матурлыҡ салондары; автотранспортты техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау; бухгалтер иҫәбе һәм хоҡуҡ өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү; биналарҙы хеҙмәтләндереү (ремонт); туҡыма әйберҙәр тегеү һәм кейем ремонтлау.