Виктория - юғары белемле финансист. Һатыусы, тауар белгесе, сауҙа селтәрҙәрендә, банкта бухгалтер булып эшләгән. Уның күп балалы әсә, игеҙәк балалар тәрбиәләй. Ғаилә Собханғол ауылына күсеп китә. Унда Виктория ауыл хакимиәтенә эшкә урынлаша.
- Эш бик мөһим, кешеләргә кәрәкле ине, әммә минең өсөн күңелһеҙ булды, - ти Виктория. - Уйлай башланым: пенсияға тиклем ер документтарын юллаясаҡмынмы, отчеттар төҙөйәсәкменме? Теләмәйем. Эштән ҡайтҡас, балаларымды, фотоаппаратымды алып, улар менән бергә паркка фотосессияға юлландым. Ваҡытты бик һәйбәт үткәрҙек! Ул саҡта мин тәүге тапҡыр, фотоға төшөүҙе үҙ эшемә әйләндерергә түгелме, тип уйландым. Шәхси фотографтарҙың нисек эшләүе, күпме аҡса эшләүҙәре, клиенттарҙы нисек йәлеп итеүҙәре менән ҡыҙыҡһына башланым.
Ул профессиональ курстарға яҙыла, фотоларҙы эшкәртеү алымдарын, аппараттарҙың төрлө моделдәрен өйрәнә.
- Яңы фотоаппарат кәрәген аңланым, тик ҡайҙан аҡса алырға? Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ярҙам иттеләр. 2020 йылда унда тәүге тапҡыр консультацияға килдем. Миңә бөтөнөһөн дә аңлаттылар, рухландырҙылар. Мин шунда уҡ эштән киттем һәм субсидия алыуға конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн эшһеҙ булараҡ теркәлдем. Ниндәйҙер кимәлдә аҙым хәүефле булды. Әммә мин әҙер инем.
Виктория бизнес-план төҙөгән, унда бизнес өсөн ниндәй ҡорамал кәрәклеге тураһында яҙған. Уны хупланылар, ә бер айҙан һуң йыллыҡ пособие суммаһы - 145 мең һум күләмендә субсидия бүлделәр.
- Мин ноутбук, яҡшы фотоаппарат, объектив, яҡтыртыу аппаратураһы һатып алдым һәм шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдем.
Ваҡыт үтеү менән Викторияның автор стиле барлыҡҡа килгән - балалар һәм йәштәр.
- Балалар менән барыһы ла аңлашыла. Мин бит күп балалы әсә. Йәштәр менән миңә еңел һәм ябай, сөнки уларҙың психологияһын аңлайым, уртаҡ телде еңел табам. Заказдар бар, улар әлегә күп түгел - айына 20-гә тиклем. Уның ҡарауы, ғаиләгә ваҡыт ҡала, - тип һөйләне ул.