+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
5 Август 2022, 15:54

Башҡортостанда 17 йәшлек егет менән бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре билдәле булды

Туймазыла 28 июндә 17 йәшлек эшсе ярҙамсыһы ауыр йәрәхәтләнгән. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәрен атанылар.

Бәлиғ булмаған хеҙмәткәргә ҡорамал операторына кәштәләрҙән бракка сыҡҡан бордюр киҫәктәрен күсерергә ярҙам итергә ҡушҡандар. Шул мәлдә механизм егеттең һул ҡулының бармағын тартып алған, һөҙөмтәлә егеттең өс бармағын өҙгән.

Зыян күреүсене Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар.

Технологик процестың боҙолоуы һәм эштәр производствоһының насар ойошторолоуы йәрәхәтләнеүгә килтергән. Ошондай эштәр башҡарылғанда аппарат һүндерелергә тейеш. Процесты тиҙләтеү һәм механизмды туҡтатмау өсөн оператор магнит ҡулланған.

Хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн эш биреүсегә штраф һалынды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: