Ул йыл һайын берҙән-бер маҡсат менән үткәрелә: балаларҙы дөрөҫ туҡланырға өйрәтеү. Маҡсат ябай ғына кеүек, әммә балаға алманың сосискаға ҡарағанда ниңә файҙалыраҡ булыуын аңлатырға тырышырғы кәрәк.
Собханғол ауылы мәктәбе директоры Ольга Гусакова - ике бала әсәһе. Дөрөҫ туҡланыу темаһы уға яҡын. Шуға ла ул мәктәп уҡыусыларына конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Ирина Мөсифуллина мәсьәләне ныҡлап хәл итергә булған.
- Ольга Ивановна етәкселегендә уҡытыусылар Ирина Евгеньевна Почуева, Гөлназ Ғаяз ҡыҙы Шәрифуллина, Лилиә Рәмзи ҡыҙы Шәйхуллина, социаль педагог Юлия Александровна Евстафьева менән бер нисә тематик сара - дәрес-презентациялар, флешмобтар үткәрҙек, - тип һөйләй Ирина.
Апрелдә мәктәптә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы үткәрелде. Фельдшер Ольга Леликова менән интервью тураһында һөйләшеп килештек һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә менән мәктәп радиоэфирына сыҡтыҡ. Мәҫәлән, ни өсөн иртәнге аш мотлаҡ кәрәк, нисек файҙалы десерт яһарға кәрәк?
- Емеш-еләкте һәм йәшелсәне матур итеп ҡырҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙоҡ, уны технология уҡытыусыһы Гөлназ Шәрифуллина алып барҙы, - ти уҡыусы.
Ирина фотоларҙы һәм видеоотчеттарҙы конкурстың республика этабын ойоштороусыларға ебәрҙе, ә ошо көндәрҙә уның еңеүе билдәле булды. Алда уны бөтә Рәсәй этабы көтә - еңеүсе «Артек» халыҡ-ара үҙәгенә бара.