«Йәштәш» лагеры күптән инде спортсыларҙың ял итеү һәм күнекмәләр үткәреү урынына әүерелгән. Каратэ-кекусинкай буйынса спорт ярыштарында, мәҫәлән, Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Яңы Уренгойҙан, Тольяттиҙан, Һамарҙан, Екатеринбургтан 55 бала ҡатнашты. - Күл буйындағы урман массивында йыйылыу - бәхет! - тине Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры Михаил Стрыгин. - Лагерҙа режим былай: ике күнекмә көнө - бер ял көнө. Әммә ул да бушҡа үтмәй - уйын спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторабыҙ, һыу инәбеҙ, мунса һәм дискотека бар.
Михаил Юрьевич Ҡандракүл тураһында йыр ҙа ижад итте - тимәк, хәҙер каратистарҙың үҙ гимны бар. Уны кистәрен усаҡ янында йырлайҙар.
Йыйылыштарҙы урындағы «Туймазы-кескәй көрәш мәктәбе» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөфәр Ҡорбанғәлиев ойошторҙо. Ул 30 йылдан ашыу эшләй. Каратэ менәни армияла хеҙмәт иткән ваҡытта мауығып китә. Зөфәр Миңлеғәлим улы районда каратэ мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уның тәрбиәләнеүселәре балаларын яратҡан тренерына алып килә.
- Үҙемдең балаларым тренерҙар инде! - тип һөйләй Ҡорбанғәлиев. - 17 йәшлек Данияр менән 16 йәшлек Гөлйәз дүрт йәштән каратэ менән шөғөлләнә. Уларҙың билбауы минеке кеүек ҡара. Данияр - Европа һәм халыҡ-ара турнирҙар чемпионы. Гөлйәз - «Йондоҙло юл» цирк гимнастикаһы һәм акробатика мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Быйыл улар үҙмәшғүл булараҡ теркәлде һәм тәрбиәләнеүселәр төркөмөн йыйҙы.
- Беҙҙең ғаиләбеҙҙең 200-гә яҡын уҡыусыһы булыуын иҫәпләп сығарҙыҡ, - тип йылмайып һөйләй Ҡорбанғәлиев. - Яңы уҡыу йылы башланыу менән улар тағы ла артасаҡ. Көҙ көнө сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төркөм асасаҡбыҙ. Бындай балалар менән эшләү тәжрибәһе бар.