+11 °С
Облачно
События и факты
3 Августа 2022, 11:42

Ҡарбуз – профессионал һайлап алыу серҙәре менән бүлешә

Ҡарбуз йәйҙең төп символы тип иҫәпләргә мөмкин. Рәсәйҙә был татлы һәм һутлы еләкте Әстрхан, Волгоград, Ырымбур, Һарытау, Ростов өлкәләрендә, Дағстанда һәм Краснодар крайында үҫтерәләр.

Роспотребнадзор вәкиле Екатерина Головкова үҙенең арбузды һайлап алыу һәм баһалау буйынса профессиональ серҙәре менән бүлешә:

 - яҡшы, өлгөргән ҡарбуз - ҙур, ҡабығы сағыу төҫтә, ҡабырғаһындағы яҡты тап һары, хатта ҡыҙғылт һары булырға тейеш;

 - ус менән һуҡҡанда өлгөргән ҡарбуз тирбәлә, бөгөлгән бармағы менән һуҡҡанда уртаса яңғырауыҡлы тауыш сығара;

- иң ҙурын да, иң бәләкәйен дә һайлау кәрәкмәй;

- ҡарҡыр алдынан ҡарбузды һабынлап йылы һыу менән ентекләп йыуығыҙ, сөнки тупраҡ, саңдар, тиреләге микроорганизмдар, емештең эсенә эләгеп, эсәк инфекцияһына килтереүе мөмкин;

- Әгәр киҫкәндән һуң ҡарбуздың эсенән әсе еҫ сыҡһа, уны ашарға ярамай - ағыуланыу мөмкинлеге бар;

- яҡшы ҡарбуздың эсе - ҡыҙыл, орлоғо - ҡара йәки көрән;

- киҫелгән ҡарбузды һыуытҡыста ғына һаҡлағыҙ. Ҡарбузды магазиндарҙа йәки махсус баҙарҙарҙа ғына һатып алығыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас