Сараны ойоштороусылар - әүҙем туймазылар Әлфиә Аҙнабаева, Гүзәл Хәсәнова, Ирина Низаметдинова һәм Альбина Вдовина. Флешмобҡа йыйылыу драма театры янында иғлан ителде. Унда ҡатнашыр өсөн, ҡатын - ҡыҙҙарға матур күлдәк йә юбка кейергә кәрәк. Билдәләнгән ваҡытта йөҙгә яҡын ҡупшы кейенгән ҡатын-ҡыҙ ҡала паркы яғына йүнәлде.
Амфитеатрҙа байрам программаһы һәм ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Флешмоб ҡунаҡтары алдында райондың уңышлы ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ концерт номерҙары менән артистар сығыш яһаны. Күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға бушлай лотереяла ҡатнашыу өсөн номерҙар яҙылған карточкалар таратылды.
70 йәшлек Мәүлиҙә Хисаева флешмобҡа нәфис эшләпә менән элгант күлдәктә килгән. Ул был сарала йыл һайын ҡатнаша икән. Ул, әйтеүенсә, һәр ваҡыт яҡшы күренергә тырыша.
- Тормош төрлөсә булды, - тип иҫенә төшөрә Мәүлиҙә Тимерғәли ҡыҙы. - Мин күп йылдар етәксе вазифаларҙа эшләнем. 2003 йылда аварияға эләктем. Әммә мин бирешмәнем. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла ошоно теләйем: бер ҡасан да төшөнкөлөккә, паникаға бирелмәгеҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бындай байрамдың ҡалала үтеүенә бик шатмын. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәрен матур һәм бәхетле итеп тойорға мөмкинлек бирә.