+17 °С
Облачно
События и факты
29 Июля 2022, 07:19

Башҡортостан профсоюздар федерацияһына – 100 йыл

Башҡортостанда профсоюздар федерацияһының 100 йыллығын билдәләп үттеләр.

Республика профсоюздары федерацияһы үҙ сафтарында ярты миллионға яҡын кешене берләштерә, ул хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы иң эре һәм ҡеүәтле ойошма булып ҡала.

Тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профсоюз әүҙемдәрен юбилейлы дата уңайынан тәбрикләп, дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.

-         Профсоюздар һәр ваҡыт ҙур татыу ғаилә булған. Һеҙ хеҙмәт эйәләренең хоҡуҡтарын яҡлайһығыҙ, һәр хеҙмәтсәндең эш һәм ял өсөн лайыҡлы шарттары булһын, ул иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәһен өсөн тырышаһығыҙ. Һөнәр берлектәре ойошмалары республика һәм ил тарихына үҙҙәренең яҡты сәхифәләрен – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, һуғыштан һуң халыҡ хужалығын тергеҙелеүен, беҙҙең төбәктең сәнәғәтен һәс социаль өлкәһен үҫтереүҙе индергәндәр - , тине Республика Башлығы.

Профсоюздар йортонда уҙған йыйылыш барышында активистарҙы, ветерандарҙы, социаль партнерҙарҙы, етештереү алдынғыларын һәм хеҙмәт коллективтарын хөрмәтләнеләр. Тантана сәбәпселәренә ҡотлауҙарын еткерергә һәм бүләктәр тапшырырға республика, парламент, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселеге килгән ине.

БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Октябрьский ҡалаһының дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре профсоюзы лидеры Н. Талипова һәм «Теплоэнерго» йәмғиәтенең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе А. Куприяноваға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм профсоюз хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн Республика Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас