+19 °С
Облачно
События и факты
28 Июля 2022, 09:44

Изге шишмә

Беҙҙең Ҡаңны-Төркәй ауыл советы биләмәһендә шишмәләр күп. Быйыл “Саф шишмә” операцияһы яһап, Изге шишмәбеҙҙе таҙартып, матурайтып, кәртәләп ҡуйылды.

Башта ауыл хакимиәте башлығы Ғәли Барый улы менән  ауылыбыҙҙың иң әүҙем кешеһе, Ҡаңны-Төркәй ауылы мәҙәниәт йөрто директоры Марат Кәримов шишмә буйын ҡарап, тикшереп ҡайттылар. Был эшкә уңған егеттәребеҙ Ильфрус Минниғәлиев, Наил Йосопов, Эльфир Кашапов, Илдар Шәйәхмәтов Марат Кәримов етәкселегендә кәртә бағаналарын алып ҡайтып, шишмәнең тирә-яғын кәртәләп, матур итеп  уратып ҡуйҙылар. Ҡалған яғын беҙ мтурларбыҙ тигән уйыбыҙ бар.

Егеттәрҙең эштәре уның менән генә бөтмәне. Кузминка юл буйындағы, Ҡыҙырас юл буйындағы, юғалып барған “Туғандар ҡәберлеген”  тимп ер рәшәткә менән уратып, буяп, түбәһенә ҡыҙыл йондоҙ, тимер һәйкәл ҡуйҙылар. Бөтә ауыл халҡы уларға рәхмәттәрен әйтте.

Һыу – беҙҙең йәшәү сығанағыбыҙ. Был шишмә таш араһынан урғып сығып, ҡиблаға ҡарап аҡҡас, уны “Изге шишмә” тип атағандар. Элек кеше әжәлгә сирләһә, бисмилла әйтеп, уҡынып, шул шишмә һыуын эсергәндәр.

Минең әсәйемдең атаһы, насарланғас, шул шишмә һыуын һораған. Ҡыштың иң һыуыҡ көндәре була. Улы балта, көрәк алып шул шишмәгә китә. Барһа, шишмәне ҡалын итеп боҙ ҡаплаған була. Егет тегеләй итеп ҡарай, былай итеп ҡарай, һыуҙы ала алмай. Аптырағас, буш ҡайтмайым, тип, Сәрмәсән һыуын алып ҡайта. “Атай, шишмә һыуын алып ҡайттым,”- тип эсерә. “Ай-һай, бер ҙә генә шишмә һыуына оҡшамаған!”- тип көс-хәл менән генә әйткән атаһы. Иртәгеһенә йән биргән...

Беҙҙең яҡын ғына кейәүебеҙ Себер яҡтарында эшләп йөрөгәндә ҡаты сирләп китә. Ул да ошо шишмә һыуын эсергә теләй. Себерҙән ауылға ҡайта. Уға ошо шишмә һыуын ҡайтарып эсерәләр. Унан һуң ул 20 йыл йәшәне.

Беҙ бәләкәй саҡта ҡыҙҙар менән көйәнтәләп, күмәкләшеп, алдан һөйләшеп, бигерәк тә Ураҙа, Ҡорбан ғәйетендә, йәки ҡунаҡ  килһә, ошо шишмәнән һыу ташый инек, оло һыйыбыҙ ошо шишмә һыуы була торғайны. Һыуға барғанда, ҡайтҡанда, туҡтап-туҡтап уйнап ала торғайныҡ, был беҙҙең өсөн бер байрам була ине.

Үҫә төшкәс, шәмбе, йәкшәмбе өмәләре ошо шишмә буйында үтте. Беҙ, үҫеп килгән ҡыҙҙар, бесән йыйырға барабыҙ. Бөтә ауыл  халҡы – йәше лә, ҡарты ла – был өмәгә сыға ине.  Оло ҡаҙанда аш бешә, сәй ҡайнай. Төшкө аш бешкәс, әҙер булғас, оҙон таяҡҡа аҡяулыҡ бәйләп, ергә ҡаҙап ҡуялар. Быны күреп, бөтә кеше йыйыла. Икмәкте, итте тигеҙ итеп бүләләр ҙә, бер кешене  арты менән баҫтырып, “быныһы кемгә, быныһы кемгә?”- тип әйттерәләр.  Һинеке ҙурыраҡ, минеке бәләкәйерәк, тип әйтешле түгел, өлөшөңә төшкән көмөшөң.

Ашағандан һуң төрлө уйындар башлана. “Сәриә таҡмағын” әйтеп әйләнешеп уйнауҙар, арҡа һуғышлы, йөҙөк һалыш һәм тағы ла башҡа уйындар. Шунан һуң  тағы ла шишмә һыуы менән йыуынып, дәрт менән эшкә тотона инек. Бөтә кешенең күңеле күтәренке, эште дәртләнеп эшләйҙәр ине.

“Изге шишмә” -- беҙҙең йәшлегебеҙ шишмәһе.  Был шишмә – матур йәшлегебеҙҙе иҫкә төшөрөүсе, күп төрлө матур хәтирәләрҙе һаҡлаусы. Беҙгә шундай саф, тәмле, һалҡын, ғүмер буйы бөтмәй торған изге һыу биргәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт.

Рәйсә Яҡупова, Ҡаңны-Төркәй ауылы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас