Сирләп китһәң, ни эшләргә һуң? Һауығырға кәрәк инде. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө-төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып киптереп, ҡайнатып эскән. Халҡымда дарыу үләндәре йыйыу, һөлөк һалыу, имләү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр булған.
«Андыҙ барҙа – ат үлмәҫ, ирәүән барҙа – ир үлмәҫ», тигән халҡым. Шуға ла үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген бик белеп эш иткәндәр. Мәҡәлдәр, әйтемдәр аша файҙаһын беҙгә лә әйтеп ҡалдырғандар. Хәҙерге ваҡытта үлән менән дауаланған кешеләр бик әҙҙер. Дарыуханаға барып, ҡиммәтле дарыу алыу еңелерәк тә, тиҙерәк тә кеүек. Ә шулай ҙа шифалы үләндәрҙе йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләһәң, бар яҡтан да файҙалы буласаҡ. Сөнки уларҙы ҡулланыу аҡсаңды яныңда ҡалдырасаҡ һәм һатып үҙеңә аҡса эшләргә лә була.
Күптәргә ҡамасаулаған дегәнәктән генә күпме файҙа! Унан май эшләргә, сәсте төнәтмәһе менән йыуырға мөмкин – тамырҙарын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Юл япрағы – ашҡаҙанға, андыҙ бөйөргә дауа, дегәнәк тамырын сәйнәп йөрөү гастритты бөтөрә, шәкәр диабеты менән ауырығанда ла ҡулланырға мөмкин.
Сөйәл үләне лә шифалы, уны май айында, сәскә атҡан саҡта йыялар. Күптәр, ағыу, тип ҡулланмай, ләкин аҙ миҡдарҙа эсһәң, йүткереүҙе бөтөрә, температураны төшөрә.
Үгәй инә үләне лә беҙҙә ҡый урынына үҫә, ә уның, баҡтиһәң, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, астма, туберкулёз менән яфаланғанда файҙаһы ҙур икән. Өҫтәүенә, үгәй инә үләне япрағы ашҡаҙан, бөйән эсәге, бауыр, бөйөр ауырыуҙарынан шифалы. Уның төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Кире тәьҫире, йәғни зыяны булырға мөмкин, күңел болғаныу, аппетит юғалыу, эс ауыртыуы бар.
Үләндәрҙең файҙаһы бик күп, әммә бөтәһен дә кәрәкле күләмдә генә ҡарап йыйырға кәрәк. Уларҙы тамырҙары менән өҙөргә ярамай. Әлбиттә, ҡулланғанда табиптар менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, уны һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ! Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр бит.
Әнисә Имаева, Яңыш ауылы:
-Йәй – дарыу үләндәре әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Башҡортостанда үҫкән ҡырағай үҫемлектәрҙең ике йөҙҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланылыуы билдәле. Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һаны артыуын күҙәтәбеҙ. Үләндәр менән эш иткәндә "самаһын белһәң — дарыу, белмәһәң — ағыу",- тиҙәр. Кеше был өлкәлә белемле булырға тейеш. Дарыу үләндәрен йыйыуҙа ғына түгел, уларҙы ҡулланыуҙа ла. Шуның өсөн дә, уларҙы йыяр алдынан халыҡ медицинаһын ныҡлап үҙләштерергә, төрлө сығанаҡтарҙы уҡып, дарыу үләндәре тураһында белемеңде тәрәнәйтергә кәрәк.
Филзә Ҡолойова, Языков ауылы:
– Борон фитотерапия, йәғни үләндәр, шифалы үҫемлектәр ярҙамында дауаланыу яҡшы һөҙөмтә биргән. Бөгөн дә ул, рәсми медицинаның ярҙамсы ысулы булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә. Йүкә япрағын, арыҫлан ҡойроғо үләнен йыйыу ҙа яҡшы – ул ҡан баҫымы юғары булғандарға файҙалы. Сәскәһе менән бергә 20-25 сантиметр оҙонлоғонда алаһың да күләгәлә киптерәһең.
Ә яланға, урманға сығып, аяҡ аҫтындағы дарыуҙарҙы йыйһаҡ, нимә ҡулланғаныбыҙҙы белеп торабыҙ. Хатта беҙ ашаған ябай ғына ризыҡ та дарыу булып тора. Мәҫәлән, кемгәлер В12 витамины талап ителә икән, уны ҡыҙыл сөгөлдөрҙән үҙләштерергә мөмкин. Әйткәндәй, ҡыҙыл сөгөлдөр бешергәндә лә, ҡыҙҙырғанда ла үҙенсәлектәрен, витаминдарын юғалтмай. Билегеҙ ауырта икән, әйҙә, күпләп сөгөлдөр ашағыҙ.
Һәр ризыҡ та ниндәйҙер кимәлдә дарыу ул, тик сама белеү кәрәк. Ғөмүмән, организм – ул камил механизм. Уны тыңларға өйрәнгәндә, ҡасан, нимә ашарға кәрәклеген үҙе үк белгертеп тора.
Сажиҙә Ибраһимова, Бәрсеүән ауылы:
— Шифалы үләндәрҙе файҙаланыусыларға кәңәшем бар: уларҙы оҙайлы осор, хатта йылдар дауамында дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙаһы тейә. Шулай уҡ һәр шифалы үҫемлектең тәғәйен ҡулланыу ваҡыты хаҡында ла оноторға ярамай. Ҡайһыларын ҡалаҡлап эсеү ҙә етә, икенселәрен күберәк ҡулланыу кәңәш ителә. Һәр осраҡта уны белгән кеше менән кәңәшләшергә кәрәк.