«Атай, әсәйем тағы өйҙә юҡ...»
Нәүфәл Самаркандта тыуған. 18 йәшендә Туймазыға туғандарына килә. Оҫта ҡуллы егеткә тиҙ арала төҙөлөштә эш табыла. Туғандары тиҙҙән икенсе ҡалаға күсеп китә, ә ул Туймазыла йәшәргә тороп ҡала. Бер нисә йылдан, аҡса йыйып, ҡыяр үҫтерергә ниәтләп, теплицаны ҡуртымға ала. Унда миҙгелгә эшсе булып урынлашҡан 17 йәшлек Нина менән таныша. Ул Нәүфәлдән 10 йәшкә кесерәк ине. Йәштәр өйләнеште, 2009 йылда Фәриҙәләре тыуҙы, һуңынан Фирүзә донъяға килде. Нәүфәл, ҡатынын һәм балаларын тәьмин итер өсөн, йәнә төҙөүсе булып киткән. Бригада эшселәре менән бергә Башҡортостан райондарында йорт төҙөй, оҙаҡ ҡына ҡатыны һәм ҡыҙҙары янына ҡайта алмай.
Нина тормош иптәше булмағанда, балалары менән түгел, ә әхирәттәре менән ваҡыт уҙғара. Йыш ҡына иҫереп ҡайта. Бер нисә йылдан улдары Наил тыуа. Малайҙың үҫеш тотҡарланыуы асыҡлана. 2018 йылда ғаиләлә тағы бер сабый - Нурислам донъяға килә. Нина бәләкәй балаларҙы бер үҙҙәрен фатирға бикләп, көнө буйы күңел асып йөрөй. Баланы ҡарарға килгән шәфҡәт туташы һәм педиатрға ишекте асмай. Бәләкәй балалары балалар баҡсаһына йөрөмәгән, өлкәндәре йыш ҡына мәктәпте ҡалдырған.
- Командировкала саҡта өлкән ҡыҙым миңә йыш ҡына шылтыратып, әсәйҙәре өйҙә юҡлығы тураһында әйтә торғайны, - ти Нәүфәл. - Улар көнө буйы бер нәмә лә ашаманын, сөнки өйҙә ризыҡ юҡлығын әйтә. Мин ҡатыныма шылтыратам, ләкин ул трубканы алмай. Өйгә ҡайҡас, ул, башҡаса ундай хәл ҡабатланмаясаҡ, тип вәғәҙә бирҙе. Мин уға ышандым, барыһы ла яйға һалыныр, тип өмөтләндем. Бушҡа булды. Опека хеҙмәткәрҙәре мин эштә саҡта беҙҙең ата-әсә хоҡуҡтарын сикләү тураһында ҡарар ҡабул иткән һәм хәлде төҙәтеүгә ярты йыл ваҡыт биргән. Балаларҙы приютҡа урынлаштырҙылар.
Нина һаман да үҙен ҡулға ала алманы һәм ғаиләһенән сығып китте. Уны ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Нәүфәл иһә ҡыҙҙарын һәм улдарын ҡайтарыр өсөн барыһын да эшләгән. Хәләл ефете менән айырылышҡан. Ул балаларының тормошо менән ҡыҙыҡһынмай. Хәйер, улар ҙа әсәһен иҫенә төшөрмәй.
Яңғыҙ атайҙың көндәре иртәнән кискә тиклем ғәҙәти тормош эштәре менән тулы: иртән бөтәһен дә ашатырға, балаларҙы балалар баҡсаһына алып барырға. Йәйгеһен ҡыҙҙар өйҙә, ләкин йыл дауамында атай кеше уларҙы үҙе мәктәпкә алып бара ине - был опека бүлеге талаптарының береһе. Күп балалы атай таксиҙа аҡса эшләй. Теләһә ниндәй эшкә тотона, төнгө сменаларға өҫтөнлөк бирә, сөнки көндөҙ уға мәктәп расписаниеһына яраҡлашырға тура килә. Әммә аҡса барыбер етмәй.
Ғаилә ҡуртымға алынған өс бүлмәле фатирҙа йәшәй. Икенсе бала тыуғас, Мәүлитовтар әсәлек капиталына ятаҡтан бүлмә һатып алған, һуңынан Нәүфәл күрше бүлмәне лә һатып алған. Ул уларҙы берләштерергә һәм тулы фатир йыһазландырырға ниәтләй.
- Фәриҙә менән Фирүзә - минең ҙур ярҙамсыларым, - ти Нәүфәл. - Улар бешерә белә инде: аш, былау, бәлеш бешерә. Йыйыштырыу, кер йыуыу, үтекләү менән ярҙам итәләр, малайҙарҙы ҡарайҙар. Быйыл ҡыҙҙар дүртенсе класты тамамланы. Дәрестәр менән мин уларға ярҙам итәм. Күптән түгел ҡыҙҙар психологҡа ғаилә үҙәгенә йөрөй башланы, һәм мин ҡыҙҙарҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәм. Мине был шатландыра. Наил менән мәшәҡәттәр күп. Уны гел белгестәргә йөрөтөргә кәрәк. Миңә ҡыйынмы? Эйе. Әммә, балалар минең менән, барыбыҙ ҙа бергә йәшәй алабыҙ.
Мөхәббәткә ышанып
- Мин һәр ваҡыт балаларымдың күп булыуын теләнем, - ти Нәүфәл. - Миңә биш йәштән үгәй әсәй тәрбиә бирҙе, шуға күрә балаларҙың әсәһе булыр тип бик өмөтләндем. Килеп сыҡманы. Бер мәл беҙҙе яратырлыҡ изге күңелле, намыҫлы ҡатындың осрашыуына ышанам. Балаларға әсә наҙы, йылыһы һәм хәстәрлеге кәрәк. Улар биологик әсәһенең эҙенән китмәһен өсөн лайыҡлы өлгө кәрәк.