+19 °С
Облачно
События и факты
26 Июля 2022, 12:08

Туймазыла йәшәгән ҡатын йылдан ашыу Абхазиянан ике йәшлек улын алып сыға алмай

Әлиә Имелғужина йылдан ашыу Абхазиянан ике йәшлек улын алып сыға алмай. Быға уның элекке ире ҡамасаулай.

Ханым баланы суд аша кире ҡайтарырға маташа. Малайҙың Рәсәй гражданлығы булыуға ҡарамаҫтан, процесс бик яй бара.

Әлиә - Туймазы район дауаханаһы терапевы. Ярослав менән ул Абхазияла таныша, ул инженер булып эшләй. Ярославты бер ҙә йәш айырмаһы борсоманы (Ғәлиә 11 йәштән өлкәнерәк). Ул ҡыҙға ышаныслы һәм изге күңелле һымаҡ тойолдо. Шуға күрә, Әлиәгә тәҡдим иткәс, ул ризалашҡан. Туйҙан һуң йәштәр бала хаҡында уйланған, ләкин улар ЭКО ярҙамында ғына ата-әсә була ала. Барыһы ла икенсе тапҡырҙан килеп сыға. Декрет ялына сыҡҡансы ул Туймазыла эшләгән. Ошо ваҡыт эсендә Ярослав Абхазияла йәшәй. 2020 йылдың 5 мартында балалары тыуғас, ир ҡатынына һәм улы Саша янына килгән.

Яңы тыуған сабыйҙарын ҡарарға Әләгә әсәһе ярҙам иткән. Ярославтың ҡәйнәһе менән мөнәсәбәттәре бик уҡ яҡшы булмаған. Бала ҡарашырға ла ул ашыҡмаған. Ир Абхазияға ҡайтыуы хаҡында ғына һөйәләгән. Күсеп китеүгә Әлиә риза булмаһа, ир үҙ-үҙенә ҡул һалыу менән янаған. Ғаилә тормошо яҡшырыр, тип уйлап, ҡатын күсергә ризалашҡан. Бала тыуғандан һуң биш ай үткәс, ғаилә Сухум ҡалаһына күсеп килә, унда Ярославтың әсәһе һәм апаһы менән бер йортта йәшәй башлайҙар.

 - Тыуған йортонда ирем үҙенең ысын йөҙөн күрһәтте: йыш ҡына эсә, насар тота, гел мине кәмһетә ине, өйҙөң ҡапҡаһын бикләп ҡуя һәм рөхсәтһеҙ урамға сығырға рөхсәт итмәй, - тип иҫенә төшөрә Әлиә. - Айырылышыу һәм Туймазыға ҡайтыу тураһында һүҙ барғанда, баланы үҙебеҙгә алабыҙ тип ҡурҡыта.

Бер көндө Әлиә хәләл ефетенән магазинға инеп сығыр өсөн ҡапҡаны асыуын һораған, ә үҙе танышына ҡасҡан, шунда туғандарына Рәсәйгә шылтыратҡан. Икенсе көндө Абхазияға уның ҡустыһы менән апаһы килеп, бергә иренең өйөнә ҡайтҡандар, әммә Сашаны уларға бирмәгәндәр.

- Улымды алыр өсөн шунда уҡ властарға мөрәжәғәт иттем, ләкин милиция ғаризаны ҡабул итмәне, - ти Әлиә. - Рәсәйҙә һәм Абхазияла бала һәм кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә, ике илдең генераль прокуратураһына, депутаттарға, Абхазия президенты Аслан Бжанияға, Абхазия премьер-министры Александр Анквабуға, Сит ил эштәре министрлығына ҡайҙа ғына яҙманым. Ләкин бөтә урындан бер яуап алдым - судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Сухум ҡалаһы судында Рәсәй гражданы Имелгузинанан ғаиләне тарҡатыу һәм улының йәшәү урынын билдәләү тураһында дәғүә 10 ай ҡарала инде. Тәүҙә эш бер ҙә бармай ине. Әле суд ултырыштары бара, әммә һаман ҡарар юҡ. Эш шуның менән ҡатмарлаша: Абхазия «Ата-әсә яуаплылығына ҡарата хоҡуҡ, таныу, башҡарыу һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы конвенция»ла ҡатнашмай һәм Рәсәй менән Абхазия араһында суд ҡарарҙарын үҙ-ара таныу һәм үтәү тураһында килешеүҙәр юҡ. Тимәк, Рәсәй яғы дәғүәне ҡарауға бер нисек тә йоғонто яһай алмай.

Ошо ваҡыт эсендә Әлиә Сухумда йәшәй, унда ҡуртымға фатир алған. Уның менән бер туғаны йәшәй - унда бер үҙе генә ҡалыу ҡурҡыныс. Сит илдә эшкә урынлашып булмай - теркәлеү талап ителә. Әле Әлиә уны алыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, әммә был процесс оҙайлы һәм ауыр. Улы менән көн һайын осрашыуҙар - уның бар шатлығы.

Һеҙ көнөнә нисә тапҡыр балағыҙҙы ҡосаҡлап үбәһегеҙ? Әлиә Имелғужина улы менән көнөнә ни бары ике сәғәт күрешә. Ике сәғәт буйына ул иламаҫҡа, Ярославтың кәмһетеүҙәренә һәм һөжүмдәренә иғтибар итмәҫкә тырыша.

- Мин килгәндә ирем улына: «Апай килде», - ти. Әммә бала мине әсәй тип атай, бик шатлана, ҡосаҡлай, үбә, - ти Әлиә. - Беҙ уйнайбыҙ, һөйләшәбеҙ, ләкин өйҙә генә, урамға сығырға рөхсәт итмәйҙәр. Ошо ваҡыт эсендә ирем, нишләптер, сығырҙан сығарырға тырыша, улымдың миңә тартылыуы асыуын килтерә. Мин балаға емеш-еләк, өҫ кейеме, уйынсыҡтар килтерәм. Ул өйҙәге вафлиҙарҙы ярата, һәр саҡ уларҙы бешерергә тырышам. Сашенька туҡ, кейенгән, әммә уға әсә йылыһы һәм хәстәре етмәй. Миңә китергә ваҡыт еткәс, ул инде иламай. Сабый өйрәнде, ә мин был ике сәғәтлек осрашыуҙар хаҡына ғына йәшәйем.

Беренсе инстанциялағы суд уның бөтә статьялар буйынса дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Ирле-ҡатынлы айырылышҡандар, баланың йәшәгән урынын Рәсәйҙә әсәһе менән билдәләгәндәр, Ярославты алимент түләргә мәжбүр иткәндәр. Ләкин малайҙың атаһы ҡарарға Абхазияның Юғары судына аппеляция бирергә хоҡуҡлы. Үҙенең хоҡуғы менән ул шунда уҡ файҙаланған. Юғары суд 18 августа була. Ә әлегә Әлиә әүәлгесә сит илдә йәшәй.

Комментарий

Ринат Исхаҡов, юрист:

- Әгәр ҡыҙ сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға йыйынһа, ике дәүләттең хоҡуҡи нигеҙҙәрен ныҡышмалы өйрәнергә кәңәш итәм. Ғәҙәттә романтик мөнәсәбәттәрҙең тәүге осоронда бер кем дә айырылышыу тураһында уйламай, ләкин тормошта төрлөһө була. Һәр ғаилә ағзаһының хәленә йоғонто яһарлыҡ закон нормалары бар. Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла бер ни ҙә янамай икәненә инанырға кәрәк. Шунан һуң ғына күсеү тураһында ҡарар ҡабул итергә кәрәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас