+21 °С
Облачно
События и факты
26 Июля 2022, 06:15

Азалия призер булды

Ҡазанда татар теле һәм әҙәбиәте буйынса Халыҡ-ара олимпиада үтте. Татарстандан, Рәсәй төбәктәренән һәм биш илдән 500 ҡатнашыусы өс көн дауамында татар теле, әҙәбиәте һәм халыҡ тарихы буйынса биремдәр үтәне. Бынан тыш, улар үҙ шәжәрәләренең проектын тәҡдим итте.

Ҡамышлытамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11 синыф уҡыусыһы Азалия Шәвәлиева призер булды. Азалия һәм уның остазы Фәриҙә Заһит ҡыҙы Яппарованы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас