Алла Вилданованың баҡсаһында бөтә ерҙә - төрлө төҫтәге һәм сортлы розалар. Ул баҡсаһында үҙенең тәүге 30 гибрид розаһын ете йыл элек ултырта.
- Тәжрибәм юҡ ине, уларҙы бөтә участкаға ултырттым, - тип иҫенә төшөрә Алла Мәғәфүр ҡыҙы. - Сәскәләр ауыр алынды, ҡайһы берәүҙәр ҡышты сыға алманы. Ул саҡта розаларҙы бер-береһенә яҡын итеп ултыртыу яҡшыраҡ икәнен белмәй инем.
Башлаған эшен аҙағына тиклем еткерергә күнеккән Алла эшкә етди тотона.
- Әҙәбиәт уҡыным, интернетта тәжрибәле баҡсасылар менән аралаштым, урындағы климатҡа яраҡлы сорттарҙы һайланым.
Бөгөн уның баҡсаһында 180 роза ҡыуағы сәскә ата: Помпонелла, Императрица Фарах, Вильям Шекспир, Симпатия, Айсберг, Карамелла, Арлекин... Бында япон, канада, инглиз, француз сорттары ла бар.
- Роза - ҡырыҫ сәскә. Уны ултыртыу өсөн дөрөҫ урын һайларға кәрәк: ҡайһы бер розалар күләгәне насар күрә, икенселәре үтәнән-үтә ел яратмай, - ти Алла Мәғәфүр ҡыҙы. - Сәскәләр ашарға бик ярата, шуға уларҙы даими ашатырға кәрәк. Яҙ башында - азотлы ашлама, аммиак селитраһы, мочевина. Йәйҙең икенсе яртыһында фосфор-калий ашламалары бирергә ваҡыт. Бындай һый өсөн розаларҙы көҙгә тиклем ҙур сәскә атыуҙары менән бүләкләйҙәр. Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ әҙерлек алып барыу мөһим. Көҙ көнө сәскәләрҙән бөтә япраҡтарын һәм сәскә бөрөләрен өҙөргә кәрәк. Яланғас һабаҡтар, уларҙы һындырмаҫ өсөн, аҡрынлап ергә ауыштырырға. Һуңынан ҡыуаҡлыҡтар өҫтөнә дуғалар ҡуйырға һәм уларҙы ҡыуаҡ рәүешендә туҡылмаған материал менән ябырға, өҫтән полиэтилен пленка һалырға. Полиэтиленды март башында уҡ ваҡытында алыу мөһим.
- Розалар мин үҙем генә ҡарайым, бер кемде лә яҡын ебәрмәйем, - ти Алла Мәғәфүр ҡыҙы. - Әлбиттә, эше күп, әммә мин улар менән һоҡланырға, хуш еҫтәрен һуларға ваҡыт табам. Матурлыҡтан ләззәт алырға кәрәк, шул саҡта эш тә шатлыҡ килтерә.
Киләһе йылға 10 яңы розаға заказ бирҙем. Ҡайҙа ултыртырға икәнен генә белмәйем. Күрәһең, йәшелсә түтәлдәрен ҡыҫҡартырға тура киләсәк!