+19 °С
Облачно
События и факты
21 Июля 2022, 06:10

Ҡандракүлгә һәм Аслыкүлгә инеү хаҡына халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән

Башҡортостанда «Ҡандракүл» һәм «Асылыкүл» тәбиғәт парктары биләмәләрендә ял итеүселәр инеүгә хаҡтарҙан һәм сабылмаған үләндәрҙән  ҡәнәғәт булмауҙарын белдерҙе.

Хәлде республика менән идара итеү үҙәге тикшерҙе.

Республиканың айырым һаҡланған биләмәләр буйынса дирекцияһы вәкилдәре аңлатыуынса, ошо тәбиғәт парктарының күп кенә участкаларында үлән сабырға ярамай. Сәбәбе – бына һирәк осраусы үҫемлектәр һәм хайуандар бар, уларҙың бер өлөшө ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Экосистеманы боҙоу уларға зыян килтереүе ихтимал.

Был зоналарға инеү һәм инеү өсөн түләү - нигеҙле сара, сөнки аҡса ошо биләмәләрҙә таҙалыҡты һәм экологик тигеҙлекте һаҡлау өсөн кәрәк. Быларға сүп-сар йыйыу ҙа, биобәҙрәфтәр урынлаштырыу ҙа, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу ҙа инә.

Эйе, түләү ярайһы уҡ юғары билдәләнгән: бер кешенән - 250 һум һәм автомобиль өсөн - 90 һум. Әммә күп кенә граждандар бушлай ял итергә хоҡуҡлы, шул иҫәптә - уҡыусылар, мәктәпкәсә йәштәге балалар, пенсионерҙар, һуғыш ветерандары, инвалидтар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас