+21 °С
Облачно
События и факты
18 Июля 2022, 09:55

22 йәшендә Аида Шәрәфетдинова кейем һәм түшәк кәрәк-яраҡтары тегеү буйынса ателье асты

Ярты йыл элек Туймазы ҡыҙы дәүләт ярҙамына иҫәп тота алыуы хаҡында белде. Халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итә, бизнес-план төҙөй, уны уңышлы яҡлай һәм «Демография» милли проекты сиктәрендә үҙ эшен үҫтереүгә социаль контракт төҙөй.

250 мең һумға тегеү машинаһы, оверлок, пар генераторы, кер үтекләү таҡтаһы, өҫтәлдәр, манекендар һәм ҡаптар һатып алынған. Хәҙер ул үҙен, балаларын, тормош иптәшен үҙе тегеп кейендерә, ваҡ-төйәк заказдар үтәй.

Әммә ҙур заказсыларға тотонорға, әлегә ҡыйыулыҡ етмәй, ти. Яңыраҡ ҡыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәктәре, түшәк кәрәк-яраҡтары тегеү буйынса сираттағы интернет-курстарға яҙылған.

Аида үҙмәшғүл булараҡ һалым түләй. Ай һайын һалым сифатында табыштан 4 процент түләй - ул әлегә ҙур түгел, ике айҙа 40 мең һум самаһы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас