+18 °С
Облачно
События и факты
15 Июля 2022, 11:49

Инфантилға ҡарағанда, парашютсы яҡшыраҡ

«Ирем экстремаль спорт төрҙәре менән мауыға, парашют менән һикереүҙе ярата, ҡаяға үрмәләй, ҡышын сноубордта тауҙарҙан шыуып төшә. Мин уның мауығыуына ҡаршымын, уны артыҡ хәүефле булмаған эш менән шөғөлләнергә күндерергә тырышам. Әммә ул мине ишетмәй. Ә яңыраҡ 10 йәшлек улын парашют спортына йәлеп итергә теләүе хаҡында белдерҙе. Улым «эйе» ти, ә мин - шок хәлендә! Миңә нимә эшләргә лә белмәйем. С.»

Андрей Макаров, психолог:

- Ирегеҙҙең ҡаты ҡарашы - уның экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе тураһындағы бәхәсегеҙҙең дауамы. Һеҙ ҡаршы, һеҙ тулҡынланаһығыҙ, асыуығыҙ ҙа бар бит әле. Һеҙҙеңсә, ир һеҙҙең борсолоуҙарҙы аңламай, сөнки ул киткәндә, күңеле менән һеҙҙең менән түгел. Тормош иптәшегеҙ ҙә һеҙгә асыулана: йылдар дауамында һоҡланыу урынына ул шелтәле һүҙҙәре генә ишетә. Һеҙҙе бер аҙ тынысландырырға теләйем: парашют спортында ҡағиҙәләр, шул иҫәптән йәш сикләүҙәре бар. Инструктор уларҙы боҙмаясаҡ. Мин башҡаса һорау ҡуйыр инем: бала атаһы кеүек булырға теләйме? Теләһә, был бик һәйбәт. Йәшәү рәүешенә ҡарағанда, ул яҡшы, хатта идеаль булмаһа ла: эсмәй, бәхәсләшмәй, әүҙем йәшәү рәүешен ярата һәм уға балаһын йәлеп итергә теләй.

Һеҙҙең алда өс бурыс тора. Беренсенән, еңелеүегеҙҙе танырға: һеҙҙең фекерегеҙ ғаиләлә өҫтөнлөк итмәй. Тимәк, тактиканы үҙгәртергә ваҡыт, әлегеһе эшләмәй. Икенсеһе: ир менән оҙаҡҡа һуҙылған ҡара-ҡаршы тороуығыҙ балаға яҡшы түгел. Өсөнсөһө: һеҙ үҙегеҙҙе һаҡларға тейешһегеҙ, тимәк, ирегеҙ менән  балағыҙҙы ла. Ниһайәт, уйлап ҡарағыҙ: малай атаһына түгел, ә һеҙгә ҡарап нимәгә өйрәнә?

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас