+23 °С
Облачно
События и факты
14 Июля 2022, 09:33

Италияла йәшәгән Туймазы ҡыҙы баклажан тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлашты

Беләһегеҙме, Италияла ниндәй йәшелсә хөрмәтенә кулинария олимпиадаһы үткәрәләр?  

Баклажан хөрмәтенә. Был файҙалы һәм тәмле йәшелсә беҙҙең илдә генә түгел, сит илдә лә популяр.

Ә бөтәһе лә уның файҙалы үҙенсәлектәре арҡаһында. Баклажанда беҙҙең организмға кәрәкле бик күп витаминдар һәм микроэлементтар бар.

Йәшелсә С витаминдарына, фолий кислотаһына, калийға, кальцийға, тимергә, баҡырға һәм цинкка бай, тип раҫлай ғалимдар. Баклажан организмдан артыҡ шыйыҡса сығара ала.

Артрит, артроз ваҡытында йәшелсәне һаҡ ҡына ҡулланырға кәрәк.

Ә фотолағы баклажан – Италия үҫкән. Уның рәсемен ошо илдә йәшәгән Туймазы ҡыҙы Айһылыу ебәрҙе.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас